Уның төнәтмәһен һалҡын тейгәндә, гриптан, киҫкен бронхиттан дауаланыу өсөн ҡулланалар. Тамаҡ шешкәндә, ангина ваҡытында, тоҙ, прополис шыйыҡсалары менән сиратлап, тамаҡты, ауыҙ ҡыуышлығын сайҡатыу файҙалы. Ревматизм, геморроидаль төйөндәр ваҡытында, тәнде бешергәндә, төрлө шештәр яфалағанда һөҙөлмәгән төнәтмәне йылы килеш эсәләр. Бит тиреһен йомшартыу өсөн төнәтмә менән һыуҙы 1:20 нисбәтендә шыйыҡлатып ҡулланырға кәрәк. Ашҡаҙан, бауыр, бөйөр, эсәк ауырыуҙары осраҡтарында 3 аш ҡалағы йүкә сәскәһенә 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, һыулы кәстрүлгә ултыртып, 15 минут утта йылытып, һөҙөп алғас, һыуытып ҡулланалар. Шулай уҡ 3 – 4 аш ҡалағы сеймал өҫтөнә 400 мл һыу ҡойоп, 10 минут ҡайнатып, һарҡындыһын файҙаланырға мөмкин.