Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
28 Май 2019, 13:59

Йөрәгеңде йәштән һаҡла!

Хәҙерге заманда йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан йыл һайын 17 миллиондан ашыу кеше вафат була. Йөрәк ауырыуҙарына һәм инсультҡа килтереүсе сәбәптәрҙән артериаль гипертензия, ҡанда глюкозаның һәм холестериндың күп булыуы, артыҡ тән ауырлығын атарға була. Бөгөнгө заман кешеһенең сәләмәт тормош алып бармауы, атап әйткәндә, аҙ хәрәкәтләнеү, спиртлы эсемлектәр ҡулланыу, дөрөҫ туҡланмау, тәмәке тартыу иң мөһим ағзаларҙың береһенә емергес тәьҫир итә.

Ваҡытында күрелгән иҫкәртеү саралары йөрәк һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙары хәүефен кәметә ала. Тәү сиратта, эш һәм ял режимын күҙәтергә кәрәк. Тулы ҡиммәтле йоҡо организмдың бөтөн ағзаларының һәм системаларының ваҡытынан алда туҙыуына ҡаршы тора. Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын булдырмаҫ өсөн даими рәүештә саф һауала йөрөргә, бәхәсле хәлдәрҙе, стрестарҙы һәм физик көсөргәнеште урап үтергә кәрәк.

Республикала артериаль гипертония сирҙәренең - 9,2, цереброваскуляр сирҙәрҙең 10,8 процентҡа артыуы һөҙөмтәһендә йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙарының 1,4 процентҡа артыуы билдәләнә, шул уҡ ваҡытта йөрәктең ишемия ауырыуы 8 процентҡа кәмегән. Артериаль гипертония менән ауырыусыларҙың артыуы кире күренеш түгел, ул йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы сирҙәрен иртә стадияларҙа асыҡлауҙың күрһәткесе. Улар ни тиклем иртәрәк асыҡлана, шул тиклем йөрәк һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан вафат булыусылар һаны кәмей.

Йөрәк проблемаларына тарымаҫ өсөн ғәҙәти, сәләмәт кешегә нимәләр эшләргә кәрәк? Йөрәк ауырыуҙарына ниндәй тышҡы факторҙар йоғонто яһай? Йөрәк ауыртҡанда ябай кеше нимәләр белергә тейеш? Кардиологияла йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары үҫешенә йоғонто яһаусы сәбәптәрҙе өйрәнеү айырым дисциплинаға ҡарай. Ул был проблеманы һөҙөмтәле хәл итергә һәм сирҙәрҙе алдан иҫкәртеп, дауалауҙың йоғонтоло системаһын булдырырға ярҙам итә. Шартлы рәүештә хәүеф факторҙары үҙгәрмәүсән (йәш, нәҫел, енес) һәм үҙгәреүсәнгә (гиподинамия, гиперхолестеринимия, артериаль ҡан баҫымының күтәрелеүе, стресс, һимереү) бүленә.

Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары үҫешенә артыҡ ашау, саманан тыш эмоциональ көсөргәнеш, спиртлы эсемлектәр менән мауығыу, тәмәке тартыу, саманан тыш аш тоҙо ҡулланыу, аҙ хәрәкәтләнеү һ.б. йоғонто яһай. Был шарттарҙың береһе генә ауырыу барлыҡҡа килеүгә сәбәп була алмай, әммә бер нисә фактор бергә күҙәтелгәндә, сирләү хәүефе күп тапҡырҙарға арта. Был сәбәптәргә кәртә ҡуйыу, һис шикһеҙ, сәләмәтлекте һаҡлауға ярҙам итәсәк. Тәү сиратта, насар ғәҙәттәрҙән баш тартып, йышыраҡ саф һауала булырға, рациональ туҡланырға, билдәләнгән диетаны һаҡларға, сәләмәт тормош алып барырға кәрәк.

Йөрәк – ҡатмарлы орган, уны дауалау еңел түгел, шуға ла йөрәк тураһында даими хәстәрлек күрергә кәрәк. Йәш саҡта – күнекмәләр эшләргә, урта йәштәрҙә – артыҡ көсөргәнештән һаҡларға, ә олоғайғас, врач етәкселегендә уның төп күрһәткестәрен контролдә тоторға.

Бөтөн донъя йөрәк федерацияһы ошо иң мөһим ағзаны һаҡлауҙың дүрт ябай ҡағиҙәһен билдәләне:

- йортта тәмәке тартмағыҙ, ғаилә ағзаларын тәмәке төтөнөнән азат итегеҙ;

- дөрөҫ туҡланығыҙ, көн һайын йәшелсә-емеш ашағыҙ, юғары калориялы аҙыҡ-түлектән баш тартығыҙ;

- нисә йәштә булыуығыҙға ҡарамаҫтан, физик әүҙемлекте юғалтмағыҙ, телевизор һәм компьютер алдында аҙыраҡ ултырығыҙ;

- даими рәүештә һаулығығыҙҙы тикшереп тороғоҙ.

Йөрәк ауыртҡанда тәүге ярҙамды ябай кеше лә күрһәтә белергә тейеш. Өйәнәктең тәүге билдәләре: күкрәктә көслө баҫымлы, яндырыусы, ҡыҫымлы ауыртыу барлыҡҡа килә һәм һул ҡулбашҡа, беләккә, муйынға, аҫҡы яңаҡҡа, эстең өҫкө өлөшөнә бирә, 5 минут самаһы дауам итә. Йышыраҡ ауыр эш башҡарғанда, йылы бүлмәнән һыуыҡҡа сыҡҡанда барлыҡҡа килә. Әгәр ауыртыу 5 минуттан артығыраҡ булып, һалҡын тир бәреп сыға икән, миокард инфаркты күҙәтелә.

Ошондай симптомдар булғанда, таянсығы булған креслоға ултырырға йәки баш яғы күтәренке түшәккә ятырға, тынысланырға, яғаны бушатырға, ҡайыш йәки билбау булһа, уларҙы сисергә, 0,25 г аспиринды сәйнәп йоторға, 0,5 мг нитроглицеринды тел аҫтына һалырға кәрәк. Күкрәкте йөн шарф, бейәләй йәки ус менән ҡыҙарғансы ышҡыу зарур, был йөрәккә ҡан ағымын көсәйтәсәк. Тәрән итеп тын алып, 1-2 минут дауамында көслө итеп йүткерегеҙ, йүтәл йөрәккә баҫымды көсәйтеп, ул яҡшыраҡ эшләй башлаясаҡ. Әгәр ауыртыу үтмәһә, 5 минуттан һуң икенсе нитроглицерин ҡабул итеп, тиҙ ярҙам саҡыртығыҙ.

Нимә эшләргә ярамай? Йөрәккә һалҡын әйбер һалырға - тамырҙар тарайып, инфаркт киңәйәсәк. Йөрөргә, торорға, тәмәке тартырға, ашарға ярамай. Аспиринға аллергия, ашҡаҙанығыҙ ауырта икән, уны ҡулланыу тыйыла. Әгәр ҡан баҫымығыҙ түбән булһа йәки башығыҙ әйләнһә, телмәрегеҙ насарайып, хәрәкәттәрегеҙ буталһа, нитроглицерин ярамай. Нитроглицерин һәм аспирин ҡабул иткәндән һуң ауыртыныу тулыһынса юҡҡа сығып, хәлегеҙ еңеләйһә, табипты өйөгөҙгә саҡыртып, дауаланырға кәрәк. Табип килгәнсе ҡабул иткән дарыуҙарҙың тышлыҡтарын ташламағыҙ.

«Бөтөн ауырыуҙар ҙа нервынан», тиҙәр. Инфарктың һәм инсульттың күп булыуы стрестарға бәйле, сөнки бөгөн бер генә кеше лә уларҙан азат түгел. Хатта мәктәп уҡыусылары өсөн дә тестар, имтихандар ҙур стресс... Ысынлап та, стрестар йәки саманан тыш хис-тойғоло көсөргәнеш йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары үҫешенең сәбәбе булып тора. Кеше стресс кисергәндә ҡанға гормондар сыға һәм улар артериаль ҡан баҫымын күтәрә. Йөрәк ҡыҫылыуы йышлығы һәм уның көсө арта, йөрәк мускулдарында матдәләр алмашыныуы шәбәйә, кислородҡа ихтыяж тыуа. Шуға күрә, стресс артериаль ҡан баҫымы күтәрелеүгә, инфаркка йәки инсультҡа килтереүе бар.

Тән ауырлығын да контролдә тотоу хәйерле. Һимеҙ кешеләрҙең йөрәгенә көс күберәк төшә, шәкәр ауырыуы хәүефе лә юғары. Физик әүҙемлек матдәләр алмашыныуын тиҙләтә, тимәк, тәнде лә еңеләйтә. Хатта йәйәү йәки велосипедта йөрөү ҙә йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре хәүефен кәметә. Даими күнегеүҙәр миокард инфаркының һәм инсульттың ҡабаттан барлыҡҡа килеү осрағын ҡыҫҡарта. Бил үлсәмен күҙәтеп барыу ҙа ҙур әһәмиәткә эйә.

Өҫтәлгә ҡуйылған ашамлыҡтарҙы ла иғтибарҙан ситтә ҡалдырырға ярамай. Саманан тыш тоҙ, холестеринға бай майлы аҙыҡ-түлек береһенә лә файҙа килтермәй. Минераль эсемлектәр ҡан баҫымын күтәрә. Шуға ла ябай һыу эсеү организм өсөн файҙалыраҡ.

Марина СӘҒИТОВА,

үҙәк район дауаханаһының функциональ диагностика кабинеты табибы.


Читайте нас: