Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
21 Май 2019, 10:41

Алкоголһеҙ йәшәүҙең 14 ыңғай яғы

Насар ғәҙәттән баш тартһағыҙ, һеҙҙең тәнегеҙ менән нимә була?Бер бокал вино йәки бер шешә һыра оҙайлы көсөргәнешле аҙнанан һуң ял итеп алыу йәки ниндәйҙер ваҡиғаны билдәләү өсөн иң яҡшы ысул кеүек күренә. Компанияла һирәк кенә алкоголь ҡулланһағыҙ, уның кире йоғонтоһо тураһында борсолмаһағыҙ ҙа була. Әммә һуңғы ваҡытта спиртлы эсемлектәрҙе уртаса ҡулланғанда ла насар иммунитет, тән ауырлығы артыу һәм яман шеш кеүек проблемалар барлыҡҡа килеүе мөмкин. Шуға күрә, алкоголдән баш тартҡанда тәнебеҙ нимә эшләүен һәм ниндәй ыңғай яҡтар булыуын тикшереп ҡарайыҡ.

Спиртлы эсемлектәрҙән баш тартып, һеҙ:

Ябыға алаһығыҙ

Алкоголдән баш тартыуҙың бер ыңғай яғы - артыҡ тән ауырлығынан ҡотолоу. Бының бер нисә сәбәбе бар. Беренсенән, алкоголь эсемлектәр, ҡағиҙә булараҡ, калорияларға бай. Бер банка һырала 154кә яҡын калори бар, ромда һәм кока-колала ла яҡынса шулай уҡ. ПиноКолада эсемлегендә 425 калория бар! Унда туҡлыҡлы матдәләр юҡ һәм улар «буш калориялар» булып тора, шуға күрә беҙ витаминдар һәм минералдарҙың тулы күләмен алыр өсөн шул сама уҡ аҙыҡ ашарға тейешбеҙ.

Алкоголь шулай уҡ артыҡ ашауҙы стимуллау тенденцияһына эйә! Алкоголь төрөндә ике төрлө эсемлек ҡулланған ҡатын-ҡыҙ 30%ҡа күберәк ашай. Был спиртлы эсемлектәрҙең хис-тойғоларыбыҙҙы көсәйтеүенә һәм, тиңдәшле рәүештә, барлыҡ тыйыуҙарҙы кәметеүенә бәйле, тип фаразлай тикшеренеүселәр.

Мускулдар үҫтереү

Әгәр һеҙ спортсы булып, спиртлы эсемлектәрҙе даими ҡулланһағыҙ, хеҙмәтегеҙ бер ниндәй әһәмиәткә эйә булмаясаҡ. Алкоголь аҡһымдар синтезын кәметә һәм яңы мускулдарҙың үҫешен ауырлаштыра. Хайуандарға бик күп алкоголь биргәндән һуң уларҙың мускул массаһы ныҡ кәмегән. Һәм иң мөһиме: алкоголь кешенең үҫеш гормонын 70% тиклем кәметә, ә был гормон - үҫеш процесында һәм мускулдарҙы тергеҙеүҙә иң төп компонент булып тора.

Холестеринды кәметеү

Дүрт аҙна дауамында көн һайын бер бокал ҡыҙыл вино «һәйбәт» холестеринды 16% тиклем арттыра.

Әгәр көнөнә бер нисә бокалдан, йәки аҙналыҡ норманан артыҡ эсһәң, холестерин кимәле өсөн файҙаға ҡарағанда зыяны күберәк буласаҡ.

Ҡанда шәкәр кимәлен нормаға килтереү

Ҡанда шәкәр кимәлен тотороҡлау - дөйөм сәләмәтлек торошоноң төп мәле. Алкоголь ҡулланыу ҡанда глюкозаның ныҡ артыуына килтерә. Һөҙөмтәлә, һеҙҙе углеводтарға һәм тәм-томға тартыуы, башығыҙ ауыртыуы, әйләнеүе һ.б. мөмкин. Был эскән көндөң иртәгәһенә баш ауыртыуға оҡшаш! Был осраҡлы түгел. Әгәр киләсәктә лә шулай дауам итһә, һеҙҙең тән ауырлығы артасаҡ һәм метаболит синдром үҫешеү хәүефе барлыҡҡа киләсәк. Алкоголдән баш тартығыҙ һәм кәйефегеҙҙә, көс-дәртегеҙҙә үҙгәрештәр булыуын һиҙерһегеҙ.

Бауырығыҙҙың сәләмәтлеген һаҡлау

Британия ғалимдары хатта бер ай эсмәйенсә тороуҙың өҫтөнлөктәрен билдәләй. 40 йәшкә тиклем 102 сәләмәт ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙ дүрт аҙна дауамында алкоголдән баш тартҡан, был 12,5 процентҡа бауырҙың эшмәкәрлеген яҡшыртҡан. Инсулинға тотороҡлоҡ, диабет хәүефе 28 процентҡа кәмегән, был дөйөм һаулыҡ кимәленең яҡшырыуын күрһәтә. Әлбиттә, алкоголде күп ҡулланыу бауырға төрлө формаларҙа насар йоғонто яһай. Был һимереү, цирроз һәм бауыр яман шеше барлыҡҡа килеү хәүефе.

Ауырыу хәүефен кәметеү!

Ҡыҙыл вино холестерин кимәлен кәметә, ул ҡан баҫымын төшөрөү өсөн фәнни дәлилләнгән эсемлектәрҙең береһе булып тора. Бик күп ғалимдар спиртлы эсемлектәрҙе сама менән ҡулланыу йөрәк ауырыуҙары һәм инсультҡа юл ҡуймай, тип дәлилләй. Шуға ҡарамаҫтан, алкоголдән баш тартһағыҙ ауыҙ ҡыуышлығы, бауыр һәм һөт биҙҙәре, шулай уҡ тура һәм йыуан эсәк яман шештәре үҫешенә юл ҡуймайһығыҙ.

Йоҡоғоҙҙо яҡшыртыу

Алкоголдән баш тартығыҙ һәм сабыйҙар кеүек йоҡлай башлауығыҙҙы күрерһегеҙ. Хатта әгәр алкоголь тиҙерәк һәм ниндәйҙер ваҡытҡа тәрән йоҡоға китергә ярҙам итһә лә, 27 тикшеренеүҙән күренеүенсә, алкоголь ҡулланыу арҡаһында беҙҙең органдар тейешле кимәлдә эшләгәндә, йоҡоно нығытыусы күҙ хәрәкәттәре тиҙлеге кәмей.

Алкоголь кимәле организмдың эске сәғәттәрен көйләү өсөн яуаплы гормон - мелатонин кимәлен кәметә.

Бәхет тойғоһон арттырыу

Алкоголь һәм депрессия бер-береһе менән тығыҙ бәйле булыуы ғәжәйеп түгел. Алкоголдән баш тартыу кәйефте һәм тормошҡа ҡарашты яҡшырта. Күп кешеләр спиртлы эсемлектәр ҡулланғандан һуң бойоғоу хисе кисерә. Был алкоголдең үҙебеҙҙе яҡшы хис итергә ярҙам итеүсе серотонин - неромедиатор кимәленә йоғонто яһауы менән аңлатыла.

Әгәр һеҙ депрессия эсергә мәжбүр итә тип уйлаһағыҙ, яңылышаһығыҙ. 30 йыллыҡ тикшеренеү нигеҙендә кешеләрҙең депрессияға яуап итеп түгел, ә күп эскәнлектән депрессияға китеүе асыҡланған. Әгәр һеҙ алкоголь ҡулланмай торһағыҙ депрессия оҙаҡламай юҡҡа сығасаҡ.

Стресты кәметеү

Оҙайлы эш көнөнән һуң өйгә ҡайтып, ике ҙур булмаған бокал һәйбәт вино эсеүе ниндәй рәхәт! Әммә, әгәр һеҙ йыш ҡына саманан тыш эсһәгеҙ, оҙаҡламай ярһый башлаясаҡһығыҙ. Был спиртлы эсемлектәр стресс гормоны - кортизолды хәүефле кимәлгә тиклем азат итеүенә бәйле, айырыуса оло йәштәгеләргә. Аҙнаһына һәр өҫтәмә алкоголь берәмеге кортизол кимәлен 3% арттыра.

Хәтерҙе яҡшыртыу

Әгәр һеҙҙең хәтерегеҙ насарайһа, был спиртлы эсемлектәр ҡулланыуға бәйле булыуын онотмағыҙ! Урта йәштәге 5 меңдән ашыу ир-егеттә һәм 2 меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙҙа үткәрелгән тикшеренеү күп эскән кешеләрҙең хәтере, иғтибары һәм фекерләү оҫталығы алты йылға кәмеүен күрһәткән. Бынан урта йәштәге кешеләр генә яфаланмай. Испания ғалимдары эскән һәм эсмәгән 122 студентты тикшергән. Эсергә яратҡан студенттарҙың логик, күреү һәм вербаль хәтерҙәре, яңы мәғлүмәт алыуға һәләттәре кәмегән булған.

Бер нисә айҙан бер йылға тиклем алкоголдән баш тартыу фекер йөрөтөү оҫталығы, шул иҫәптән хәтер һәм иғтибарға бәйле проблемаларҙы хәл итергә ярҙам итеүе һәйбәт яңылыҡ булып тора.

Иммунитетты нығытыу

Алкоголдән баш тартҡандан һуң даими һалҡын тейҙереү, ангина һәм башҡа инфекциялар тиҙерәк үтәсәк. Был спиртлы эсемлектәрҙең беҙҙең иммун системаһына тәрән һәм тиҙ йоғонто яһауына бәйле. Спиртлы эсемлектәрҙән баш тартҡандан һуң, ғалимдар иммун системаһының нығыныуын күҙәткән.

Тештәр һәм ҡаҙналарҙы сәләмәтләндереү

Алкоголдә шәкәр бик күп, был ауыҙ ҡыуышлығы гигиенаһына насар йоғонто яһай. Ысынында, алкоголь 25 иң көтөлмәгән йәшерен шәкәр сығанаҡтары исемлегенә инә!

Һеҙ кисен эскәндән һуң иртән ауыҙығыҙ кибеүенә иғтибар иткәнегеҙ бармы? Был алкоголдең һеләгәйҙе эшләп сығарыуын кәметеүенә бәйле, ә ул - бактерияларға ҡаршы ауыҙ ҡыуышлығының төп һаҡлаусыһы. Һеләгәй етерлек булмаһа беҙ бактерияларҙың күп булыуынан һәм ауыҙҙан насар еҫ килеүҙән, ҡаҙналарҙың һыҙлауынан һәм хатта тештәрҙе юғалтыуҙан яфа сигәбеҙ.

Тән тиреһен матурлау

Тән тирегеҙ ҡоро йәки боҙолғанмы? Алкоголь - псориаз, экзема, розацеа сирҙәренең мөмкин булған сәбәптәренең береһе. Сәләмәт булмаған тән тиреһе - алкоголь ҡулланыу сәбәбе. Алкоголь розацеа барлыҡҡа килтермәй, әммә тән тиреһе торошон ныҡ насарайта. Ошо сир менән яфаланыусы өс пациенттың икеһе алкоголь эсемлегенән һуң бит тиреһенең ныҡ яныуын күҙәтә.

Алкоголь йоғонтоһо

Алкоголь төрлө кешегә төрлөсә йоғонто яһай. Хроник алкоголизм һәм һирәк, әммә саманан тыш алкоголь ҡулланыу ир-егеттәрҙә теләк тыуҙыра, әммә уларҙың атай булыу һәләтен кәметә.

Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн дә спиртлы эсемлектәр оҙайлы сроктта насар йоғонто яһай. Ир-егеттәр алкоголде күп ҡулланып, бер нисә йыл айыҡ тормош алып барһа ла, импотенция һаҡланыуы мөмкин.

Дания тикшереүҙәренә ярашлы, ҡатын-ҡыҙҙарға аҙнаһына бер рюмканан биш рюмкаға тиклем спиртлы эсемлектәр ҡулланыу (тәҡдим ителгән нормалар сигендә), балаға уҙыу мөмкинлеген кәметеүе ихтимал.

Һөҙөмтә: әгәр һеҙ һау-сәләмәт булып, ғаилә булдырырға теләһәгеҙ, спиртлы эсемлек урынына сәй эсегеҙ.

Электрон киң мәғлүмәт саралар материалдары буйынса Р.МУСИНА әҙерләне.
Читайте нас: