Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
17 Май 2019, 10:56

Янғындай ялмаған сир

Донъя эпидемияһына әйләнгән СПИД-ты белгестәр юҡҡа ғына, глобаль проблема, тип атамай. Егерменсе быуат чумаһы тип нарыҡланған был афәт алдында киң үҫешкән медицина бөгөнгәсә көсһөҙ булып ҡала. Һөҙөмтәлә ВИЧ йоҡторған һәр кешенең яҙмышы, иртәме-һуңмы, үлем менән тамамлана. Ошондай күңелһеҙлектәргә дусар ҡорбандарҙы йыл һайын майҙың өсөнсө йәкшәмбеһендә хәтерләп, иҫкә алыу йолаһы бар. Халыҡ-ара СПИД-тан һәләк булыусыларҙы иҫкә алыу көнө тип атала ул.

Был көндөң маҡсаты - аяуһыҙ сир арҡаһында яҡты донъянан китеүселәрҙе хәтерләү генә түгел, ВИЧ-сирлеләргә, уларҙың яҡындарына ярҙам итеү, проблемаға йәмәғәтселектең, хөкүмәттең иғтибарын йүнәлтеү бурысын да ҡуя. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса бөгөн донъяла 46 млн ВИЧ-инфекциялы иҫәпләнә. Үкенескә күрә, Рәсәйҙә ҡурҡыныс сирҙең таралыу темпы иң юғарыһы булып ҡала. Илебеҙҙә 516 000 ауырыу теркәлеүе билдәле. СПИД 35 мең кешенең ғүмерен ҡыйған. Башҡортостанда иһә 1987 йылдан алып, быйылғы йылдың майына булған мәғлүмәттәр буйынса, 7820 кеше диспансер иҫәптә тора. Уларҙың 44 проценты, йәғни 3441 кеше – 21–30 йәшкә тиклемге йәштәр.

Стәрлебаш районында 1998 йылдан алып күҙәтеү осоронда 41 кеше ВИЧ-инфекциялы тип иҫәпләнә, алтыһы вафат була, шуларҙың икеһе 2019 йылда.

Билдәле булыуынса, тәүге ВИЧ-сирлеләр 1983 йылда асыҡлана. Ул йылдарҙа вирус тик айырым ҡатлам кешеләре араһында тарала: улар – наркомандар, тәртипһеҙ енси тормош алып барыусылар. Әммә эпидемияның тәүге декадаһы һуңында СПИД вирусы, үрҙә һаналған ҡатлам сиктәренән сығып, бөтә кешелек донъяһын ялмап ала. Бының менән шуны әйтергә теләйем: төп сара - профилактика. Ғалимдар, аңлатыу эштәре ауырыуҙар һанын 30 процентҡа тиклем кәметә ала, тип иҫбатлай. Шунлыҡтан был сир алҡымдан алмаһын тиһәк, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, социаль әһәмиәтле ауы­рыуҙарҙы профилактикалау, әх­лаҡи тәрбиә мәсьәләләрен үҫтереү зарур. Әйтәйек, тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, 30 процентҡа яҡын кеше СПИД менән сирләгәнен белмәй ҙә тиерлек, улар осраҡлы асыҡлана. Был иһә сир ҡурҡынысын арттыра ғына.

СПИД - ауыр йоғошло ауырыу иммунодефицит вирусы аша барлыҡҡа килә. Был вирус организмдың һаҡланыу системаларының йәшәү өсөн мөһим күҙәнәктәрен юҡҡа сығара. Шуға күрә организм төрлө ауырыуҙарға, инфекцияларға ҡаршы тора алмай. ВИЧ-инфекцияның һуңғы осоро СПИД ауырыуы тип атала.

Кеше ауырыуҙы йоҡторғандан алып СПИД осорона тиклем йылдар дауамында ғәҙәти тормошта йәшәй. Был ғәҙәти тормоштоң күпмегә һуҙылыуы тик кешенең үҙенән генә тора. Наркотиктар, алкоголь, шул иҫәптән һыра, тәмәке иммунитетты юҡҡа сығара һәм процестың үҫешенә булышлыҡ итә.

Кеше йылдар дауамында вирус менән инфекцияланыуы тураһында уйлап та бирмәҫкә мөмкин. Түбән иммунитет фонында яйлап ВИЧ инфекцияланған кешенең һаулығына ныҡлы ҡурҡыныс янаған ауырыуҙар барлыҡҡа киләләр (үпкә ауырыуҙары, туберкулез, токсоплазмоз; яман шештәр һәм башҡалар).

Статистиканың күңелһеҙ һығымталары:

- 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр бөтә донъя буйынса ауырыуҙы йоҡтороусыларҙың 12% тәшкил итә;

- ВИЧ инфекцияланған кешеләрҙең 75%-ты 18–30 йәшлек йәштәргә тура килә.

Сир кешенән-кешегә енси бәйләнеш аша; ВИЧ менән зарарланған ҡан аша; сирле әсәнән ҡарындағы балаға күсә. Енси бәйләнеш – вирус йоҡтороуҙың иң таралған юлы. Шуға ла был йәһәттән бик һаҡ булырға кәрәк. Ә наркотиктар ҡулланыу, һаулыҡ өсөн зарарлы булыу менән бер рәттән, СПИД йоҡтороуға ла төп сәбәпсе булып тора. Медицина учреждениеларындағы шприц, ҡан ҡойоу системалары һәм маникюр, педикюр, татуаж, ҡырынғыс инструменттарҙа ВИЧ йоҡторған кешенең ҡаны ҡалыуы мөмкин. Шунлыҡтан уларҙы мотлаҡ стерилләү талап ителә. Икенсенән, үҙеңә лә тәрбиәле енси тормош алып барыу зарур.

Һәр кемдең сәләмәтлеге – үҙ ҡулында. Үҙегеҙҙе һәләк итеүгә юл ҡуймағыҙ! Шулай уҡ СПИД менән ауырыған кешенең органдарын күсереп ултыртҡанда, яһалма аталандырыу юлы менән түлләндерелгәндә, имеҙгәндә йәш сабыйға ауырыу әсәнең күкрәк һөтө аша ла йоғоуы ихтимал.

СПИД – иммунодефицит вирусы тыуҙырған ауырыуҙың һуңғы (үлемесле) стадияһы.

ВИЧ инфекция йоҡторғандан һуң СПИД стадияһына тиклем бер нисә йыл үтә. Ошо осор нисә йыл дауам итеүе кеше тәртибенә бәйле, наркотиктар, алкоголь, тәмәке иммун системаһын көсһөҙләндереп, процесты тиҙләтә.

Әммә ВИЧ инфекция хыялдарыңдан, яҡшы уй-ниәттәреңдән, уҡыуыңдан, эшеңдән ваз кисеү өсөн сәбәп була алмай.

ВИЧ инфекция йоҡтороусыларға ҡарата сабыр булырға кәрәк.

ВИЧ инфекция йоҡтороу хаҡында мәғлүмәт мәктәп, училище һ.б. директорҙарына, предприятиелар етәкселәренә хәбәр ителмәй. 18 йәше тулмаған балалар хаҡында уларҙың ата-әсәләренә, законлы вәкилдәренә хәбәр ителә.

Зилә СӘҒИТОВА, үҙәк район дауаханаһында СПИД буйынса яуаплы табип.
Читайте нас: