Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
8 Май 2019, 13:45

Үҙеңде һәм һаулыҡты яман шештән нисек һаҡларға?

Партия тарафдарҙарының төбәк советы «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе һәм БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә «Сәләмәтлек мәктәбе» проектын күптән түгел ойоштора. Уның даирәһендә беҙҙең районда ла теләгән һәр кем өсөн сәләмәт йәшәү рәүешен алып барыу принциптары, яман шеште иртә диагностикалау һәм профилактикалау, диспансерлаштырыу мөмкинлектәре тураһында лекция уҙҙы.

Сарала район хакимиәте башлығы, «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһе секретары Фәнүр Туҡтаров, агитация-пропаганда эше буйынса «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе секретары урынбаҫары, Башҡортостан төбәк партия тарафдарҙары советы рәйесе Константин Канунников, табип-онколог, хирург, паллиатив ярҙам табибы Гөлнур Ниғманова (һүрәттә), үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илшат Яппаров ҡатнашты.

Гөлнур Ниғманова яман шештән үҙеңде һәм һаулыҡты нисек һаҡларға кәрәклеге тураһында ентекле һөйләне. Ул - үҙенсәлекле онколог. Сығыш яһаған ваҡытта уның йөҙөнән йылмайыу китмәне тиерлек, был уның һөнәрендә сәйер тойолған кеүек, өҫтәүенә, онкология темаһына статистика ҡурҡыу уята. Әммә уның сығышынан шул аңлашылды, ошондай ыңғай, күтәренке кәйеф менән генә шул тиклем ҡаты, мәкерле сиргә ҡаршы торорға мөмкин. Юғиһә - үлем. Ул үҙенең практикаһынан бик күп миҫалдар килтерҙе.

- Кешеләрҙең үҙенең һәм яҡындарының һаулығына вайымһыҙлығы хайран ҡалдыра! - тип ғәжәпләнә онколог. - Бына бер генә миҫал: бер ҡатын һөйәге ныҡ һыҙлауға зарланған ирен алып килде. Тикшереү һөҙөмтәһендә уның һуңғы стадияла енес ағзаһының яман шеше асыҡланды - метастаз һөйәккә үтеп ингән, шуға ауыртыуҙар ҙа көслө булған. Оҙаҡламай ул вафат булды. Ни өсөн элегерәк иреңдең сәләмәтлегендә үҙгәрештәргә иғтибар итмәнең, тип әйтке килә был ҡатынға, улар бит ҡарт кешеләр түгел. Башҡа миҫалдар ҙа бар. Яҡындарығыҙҙың сәләмәтлегенә, атап әйткәндә, ауыҙ ҡыуышлығындағы шештәргә иғтибар итергә әйҙәгән сираттағы лекциямдан һуң, тыңлап ултырған ҡатындың береһе ағаһында ошондай симптомдарҙы күреп, уны табипҡа алып бара. Һөҙөмтәлә, йәш егеттә ауыҙ ҡыуышлығы яман шеше асыҡлана, дауалау ваҡытында башлана һәм ул ышандырырлыҡ һөҙөмтә бирә. Профилактикаға түгел, ә дауалауға баҫым яһаһаң, беҙҙең дәүләттең аҡсаһы бер ҡасан да етмәйәсәк. Беренсе медицина звеноһын нығытырға һәм бер үк ваҡытта кешеләрҙә һаулыҡты һаҡлау мәҙәниәтен тәрбиәләргә кәрәк. Кешенең даими флюорография, диспансерлаштырыу үтеүе мотлаҡ. Нисек йылына бер тапҡыр ҙа флюорография үтмәҫкә мөмкин? Һуңынан нисек табипҡа килеп, ауырыу ҡайҙан барлыҡҡа килгән тип ғәжәпләнергә була? Үҙегеҙҙең һаулығығыҙ тураһында хәстәрлек күреү - үҙегеҙҙе генә түгел, яҡындарығыҙҙы ла хәстәрләү ул, - тип бәхәсһеҙ аргументтар килтереүен дауам итте Гөлнур Хәмзә ҡыҙы.

- Әгәр яҡын кешегеҙ ҡапыл ябыҡһа, хәлһеҙлеккә һәм аппетиты юғалыуға, ҡатын-ҡыҙҙар - һөт биҙҙәрендә ҡаты төйөрҙәр, ир-аттар - бәүелендә ҡан ҡатнашмаһы күренеүгә зарланһа, быны иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ. Йыуан эсәк яман шеше үҙен һуңғы стадияға тиклем белдермәй. Йәшерен ҡанға анализ ғына уны асыҡларға ярҙам итә. Бөгөн республикала яман шеште профилактикалауға бәйле ике һынау проекты эшләй. Шуларҙың беренсеһе йыуан эсәк яман шешенә ҡағыла ла инде. Ул ике этапта үтә. Беренсеһе - йәшерен ҡанға оло ярау анализы, икенсеһе - колоноскопия. Был этап тикшеренгән 80 мең кешенең бер меңдән ашыуында яман шеш алды сирҙәрен асыҡлай.

Икенсе проект - ҡатын-ҡыҙҙарҙың билдәле төркөмөндә цитологияға бәйле ысул менән аналыҡ муйынтығы яман шешен иртә асыҡлауға бәйле. Өфөлә тулы булмаған 2018 йылда ошондай ысул ярҙамында 64 яман шеш осрағы асыҡланған. Тикшерелгән 77% - сирҙең беренсе йәки икенсе стадияһы. 397 осраҡта яман шеш алды сирҙәре тигән диагноз ҡуйылған. Барлығы 74 мең ҡатын-ҡыҙ тикшерелгән, - тип тикшереү ысулдары тураһында ентекле һөйләне Г.Ниғманова. Ошо осрашыуҙан һуң тыңлаусыларҙың тормошо әүәлгесә булмаҫ, моғайын. Быларҙың береһе лә беҙгә ҡағылмаҫ тип иҫәпләү еңел, әлбиттә. Әммә бындай вайымһыҙлыҡ бик ҡиммәткә төшәсәк. Уның хаҡы - кеше ғүмере. Киләсәгең тураһында хәстәрлек күреү өсөн беренсе аҙым яһау - табипҡа барып, тикшеренеү үтеү мөһим.

Барыһына ла даими тикшеренеү үтергә кәрәк, ғаиләлә яман шеш менән сирләүсе кешеләр булһа был айырыуса мөһим. Анджелина Джоли миҫалын ғына алып ҡарайыҡ, ул ошондай тикшеренеү үтеп, әсәһенән күскән ямам шеш сире барлыҡҡа килеүҙең йөҙ процентлы ихтималлылығы асыҡланғас, күкрәген ампутациялау тураһында ҡарар ҡабул итә. Бына ошо диагностика була ла инде - яман шеш әлегә хатта юҡ та, әммә уның барлыҡҡа килеү ихтималлылығы өйрәнелә. Әйткәндәй, беҙҙең илдә ауыҙҙан мазок буйынса ген кимәлендә ошондай тикшереү үткәреү бөгөн ауыр һәм ҡиммәт тә түгел. Шулай уҡ хәтерегеҙҙән сығармағыҙ, күп нимә кешенең йәшәү рәүешенә лә бәйле. 60 процентта һаулығыбыҙ үҙебеҙгә - туҡланыу, насар ғәҙәттәргә һәм спорт менән шөғөлләнеү-шөғөлләнмәүгә бәйле. Һәм ун процент ҡына - нәҫелдән күсә.

Ҡайһы бер пациенттар хатта яман шештең дүртенсе стадияһы булһа ла иҫән ҡала, ә ҡайһы берәүҙәр беренсе стадияла ла вафат була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, асыҡланған яман шеш осраҡтары араһында бөгөн һәр бишенсеһе - дүртенсе стадия. Иң элек, күп нимә яман шештең таралыуына юл ҡуймауға бәйле. Әгәр был ашҡаҙан, ашҡаҙан аҫты биҙе йәки эсәк яман шешенең икенсе йәки өсөнсө стадияһы булһа прогноз йыуанысһыҙ. Ә бөйөр яман шеше асыҡланһа, прогноз яҡшыраҡ буласаҡ, сөнки зарарланған органды алдырыу кешегә артабан йәшәргә мөмкинлек бирәсәк. Һәм күп нимә пациенттың үҙенең кәйефенә бәйле. Ҡайһы берәүҙәр яман шештең беренсе стадияһында ла үҙенә ҡул һелтәп, өмөтөн өҙә, ә икенселәр дүртенсе стадия менән дә ун йылдан ашыу йәшәй. Һәм тағы ла әгәр яман булмаған шеш булһа, уны шунда уҡ алдырырға кәрәкмәй. Бөтәһе лә яман шештең таралыуына юл ҡуймауға һәм уның үҫеш динамикаһына бәйле. Уны ҡарап торорға, мәҫәлән, йылына бер тапҡыр УЗИ үтергә кәрәк. Ошо етәр, - ти Г.Ниғманова.

- Ошо осрашыуҙан һуң йыйылыусылар сәләмәтлегенә ҡарашын үҙгәртер, тип ышанғы килә. Барыһына ла иң тәүҙә участка табибына барып, тикшеренеү үтергә кәрәк. Анализдар ғәҙәттәгесә - ҡан, бәүел, холестерин кимәлен тикшереү, ҡорһаҡ ҡыуышлығы органдарына, күкрәк ситлегенә УЗИ, флюорография, гинеколог, проктолог, урологта тикшеренеү үтеү зарур. Яман шеш ауырыуҙарынан иң ышаныслы һаҡланыу - профилактика, - ти Гөлнур Хәмзә ҡыҙы.

Табип-онколог әйтеүенсә, көнөнә бер алма ашау үпкә, ауыҙ ҡыуышлығы, эсәк, ашҡаҙан һәм күкрәк яман шеше үҫеше хәүефен кәметергә ярҙам итә. Тап ул фитохимикалий сығанағы булып тора һәм яман шешкә ҡаршы йоғонто яһай.

Сығышы аҙағында тамашасылар Гөлнур Ниғманованан ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап ала алды.

Илшат Иншар улы йыйылыусыларға яман шеш сирҙәренән үлем статистикаһы, 2019 йылда яман шештән үлем осраҡтарын кәметеүгә йүнәлтелгән саралар, Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһының онкология хеҙмәте эше тураһында мәғлүмәт бирҙе.

Гөлдәр ҒӘФИЕВА.

А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.


Читайте нас: