Әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәту Ллаһи үә бәрәкәтүһү, ҡәҙерле мосолман ҡәрҙәштәр! Изге Рамаҙан айын йәнә ҡаршылауыбыҙға бик шатмын. «Рамаҙан» һүҙе генә лә ысын мосолман кешеһенең күңелендә шатлыҡ һәм ҡәнәғәтлек хисе уята. Дини кешеләр изге Рамаҙан айын түҙемһеҙләнеп көтә. Ҡайһы саҡ был хис-тойғолар: «Эй, Аллам, быйыл мин Рамаҙанды күрерменме?» тигән ҡурҡыу һәм хәүефләнеүгә барып етә. Аллаһ Тәғәлә генә кем Рамаҙан айын күререн белә.
Рамаҙан - ураҙа тотоу айы. «Әл-Баҡара» сүрәһенең 183-сө аятында: «Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Һеҙгә ҡәҙәр йәшәгән кешеләргә бойоролған кеүек, һеҙгә лә ураҙа тоторға фарыз ителә - моғайын, һеҙ Алланан ҡурҡыусы булырһығыҙ!», тиелә.
Быны аңыбыҙ менән генә түгел, күңелебеҙ һәм тәнебеҙ менән дә ҡабул итеп, Ураҙа ваҡытында ғына түгел, ә даими мохтаж һәм ас булғандарҙың интегеүҙәрен һәм ғазаптарын аңларға һәм тойорға тейешбеҙ. Ошо ауыр мәлдә беҙ уларға ҡулыбыҙҙан килгәнсә, намыҫыбыҙ ҡушҡансы ярҙам итергә тейешбеҙ. Һәм шул саҡта Ураҙа, иншааллаһ, беҙгә таҙарынырға ярҙам итер, тәүбәгә килеп һәм өмөт менән беҙ иманлыраҡ булырбыҙ һәм Аллаһ Тәғәләнән ҡурҡырбыҙ. Сөнки Ураҙа беҙҙе үҙебеҙгә һәм тирә-яҡтағыларға вайымһыҙ булыуҙан уята. Был ай мосолмандар өсөн иң мөһим һәм хөрмәтле булып тора. Ай дауамында Ураҙа тотола, был ҡояш сыҡҡандан алып байығанға тиклем аш-һыуҙан, енси мөнәсәбәттән баш тартыу тигәнде аңлата. Ураҙаны бөтә мосолман халҡы (балиғ булған балалар ҙа) тоторға тейеш, шул уҡ ваҡытта уны тотоу мөмкинлеге булмаған йөклө ҡатындар, бала имеҙгән әсәләр, балиғ булмаған балалар, ауырыу кешеләр һәм Рамаҙан айын юлда үткәргән һәм ауыр хеҙмәт менән шөғөлләнгән кешеләр унан азат ителә. Был осраҡта ҡалдырған көндәр өсөн Ураҙаны киләһе айҙа тотоп бөтөргә мөмкин. «Күршеһе - ас, үҙе туҡ булған кеше камил иман эйәһе була алмаҫ. Аллаһ Тәғәлә һәм Ахирәткә иманы булған кеше күршеһенә игелек күрһәтһен», - тип әйткән Мөхәммәт Пәйғәмбәр.
Рамаҙан айы кешеләрҙе Аллаға ғибәҙәт ҡылырға саҡырыусылар өсөн дә бик күп мөмкинлек аса, күптәр тап ошо айҙа беренсе тапҡыр мәсеткә килә, был изге йортҡа оҙаҡ ваҡыт бармай тороусылар ҙа Ураҙа айында иман йортона барырға тырыша. Әммә онотмағыҙ: мосолман кешеләрҙе дингә, хаҡ юлға саҡырырға бурыслы, шулай ҙа бер ваҡытта ла ул үҙенең күңелен, иманын онотоп ебәрергә тейеш түгел. Бөтә кешеләргә лә юлды яҡтыртып торған, әммә үҙе янып бөткән шәмгә оҡшарға ярамай. Иң тәүҙә үҙеңдең иманыңды нығытырға кәрәк.
Икмәк ашауҙан һәм һыу эсеүҙән тыйылып, беҙ гөнаһтан һәм тыйылған ғәмәлдәрҙән һаҡланыу үрнәге алырға тейеш. «Рамаҙан айында кешеләргә ҡулланма өсөн һәм тура юлды аңлатыу һәм дөрөҫлөк менән ялғанды айырыу өсөн Ҡөрьән иңдерелде, һәм бына һеҙҙән кем был айға килеп етә, уны Ураҙала үткәрһен, әгәр ул сирле йәки сәфәрҙә булһа, ул ваҡытта башҡа көндәрҙән шул тиклем ваҡыт тотор. Алла һеҙгә еңеллек теләй, ауырлыҡ теләмәй, һәм һанды тултырыуығыҙҙы һәм һеҙҙе тура юлға күндергән өсөн Алланы ололауығыҙҙы теләй - моғайын, һеҙ Аллаға шөкөр итерһегеҙ!» («Әл-Баҡара» сүрәһенең 185-се аяты).
Бик күптәребеҙ намаҙҙың, Ураҙаның фәҡәт донъяуи файҙаһы хаҡында ғына уйлап, ныҡ хаталана. Намаҙ тураһында һүҙ сыҡһа, шунда уҡ, уның аяҡ быуындарына, ҡан тамырҙарына булған файҙаһы, ә Ураҙаның ҡан баҫымына, ашҡаҙанға һәм башҡа ағзаларға булған ыңғай тәьҫире хаҡында ғына һөйләшә башлай бәғзеләр. Намаҙ - күнекмә түгел һәм Ураҙаны ла диета тотоу тип һанамағыҙ. Сөнки был ғибәҙәттәрҙең төп тәғәйенләнеше - ислам диненең мотлаҡ үтәлергә тейешле биш терәгенең береһен атҡарып, Аллаһ Тәғәләнең ризалығына ирешеү булып тора. Ураҙаның һәм намаҙҙың барыбыҙға ла Ахирәтебеҙ өсөн, унда Раббыбыҙ алдында яуап бирер өсөн кәрәклеген белергә тейешбеҙ. Ул - Аллаһ Собхәнә үә Тәғәлә алдындағы һәммәбеҙҙең бурысы! Боронғо ата-бабалырыҙ бына ошо хәҡиҡәтте белгән һәм ниндәй генә ауыр йылдар булыуына ҡарамаҫтан, хатта бер намаҙын һәм бер көнлөк Ураҙаһын ҡалдырыуҙан да ҡурҡҡан. Сөнки уларҙы һис бер сәбәпһеҙ тотмай ҡалдырыу - оло гөнаһ, уның өсөн Ахирәттә һәммәбеҙ яуап бирәсәкбеҙ. Ә Ахирәт тормошоноң барлығына ышанмау - тағы ла ауырыраҡ гөнаһҡа һынала, сөнки был - иман шартының береһенә ышанмау. «Һәр ғәмәл ниәткә ҡарап баһалана», тигән Аллаһ илсеһе ғәләйһис-сәләм. Әгәр кеше Ураҙаны ябығыу өсөн, һаулыҡ яҡшыртыу өсөн, ғөмүмән, диета урынына ғына ниәтләп тота икән, бындай Ураҙа - тик асығыу ғына була. Шуға күрә, Ураҙаны дөрөҫ ниәт менән тоторға кәрәк. Хөрмәтле райондаштар һәм мосолман дин ҡәрҙәштәр! Һеҙҙе изге мөбәрәк Ураҙа айы башланыу менән ысын күңелдән ҡотлайым. Һәммәгеҙгә лә ошо Рамаҙан айында Ураҙаларығыҙҙы имен тотоп, тәндәрегеҙгә Аллаһ Тәғәлә һаулыҡ биреп, шифаларҙан булһын. Ғаиләләрегеҙгә именлек, балаларығыҙға тәүфиҡ, донъяларға тыныслыҡ бирһен. Гөнаһтарыбыҙҙы ярлыҡап Аллаһ Тәғәлә күңелдәребеҙгә игелек, миһырбанлыҡ, иман нурҙары һалһын.
Хәтима апай Фәрхшатова, 80 йәш, Стәрлебаш ауылы.
- 1994 йылда хаҡлы ялға сыҡҡас, мин Ҡөрьән сүрәләрен, намаҙ уҡыу тәртибен үҙ аллы өйрәнә башланым. Сөнки намаҙ - мосолмандарға фарыз булған биш ғәмәлдең икенсеһе, балиғ булған кеше үтәргә тейеш булған ғибәҙәт, ул Исламдың терәге, Аллаһҡа шөкөр итеү, Уға үҙеңдең ихласлығыңды, буйһоноуыңды белдереү. Намаҙ уҡыу кешене насар эштәрҙән туҡтата һәм намаҙ уҡыу гөнаһтарҙы юя. Намаҙ уҡыу йән тыныслығы бирә, кешенең рухын күтәрә. Намаҙ булмаһа - ожмах юҡ, тип әйтелә бер хәҙистә. Шул ваҡыттан алып мин Ураҙа тотам. Ҡан баҫымының күтерелеүе менән яфалана инем, әлбиттә. Әммә шулай ҙа тотоп ҡарарға булдым. Бына ике тиҫтә йылдан ашыу Рамаҙан айында Ураҙа тотам, киске тәрәүех намаҙын ҡалдырмаҫҡа тырышам. Ислам ҡанундары буйынса йәшәй башлауыма Аллаһ Тәғәләгә рәхмәтлемен һәм исламдың бөтә йолаларын һәм ҡанундарын үтәгәнем өсөн күңелемдә ҙур ҡәнәғәтлек хисе кисерәм.
Мөнирә ӘҺЛИУЛЛИНА яҙып алды