Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
26 Апрель 2019, 10:47

Ун ҡағиҙә. Дөрөҫмө, әллә уйҙырмамы?

Сәләмәт йәшәү рәүешенең ҡайһы бер нигеҙҙәре, хәҡиҡәт кеүек, «ҡаныбыҙға һеңгән». Әммә үлсәү, ғәҙәттәгегә ҡарағанда, бер аҙ күберәк күрһәтһә, шунда уҡ үҙебеҙҙе яҡшы формаға килтерергә ярҙам итәсәк ҡағиҙәләр исемлеге иҫкә төшә: иртән йүгер, бер үк ваҡытта аша, тәмлекәстәр ашама, күп һыу эс. Әммә был ысынлап та эшләйме?

Тәүлегенә һигеҙ сәғәт йоҡларға

Америка медицина академияһы тикшеренеүҙәре көн дауамында кеше организмының тулы ҡиммәтле эшләүе һәм үҙеңде яҡшы хис итеү өсөн ете сәғәт йоҡо етеүен дәлилләгән. Тап ошо ваҡыт эсендә беҙҙең организм көс йыйып өлгөрә.

Иртәнге аш туҡлыҡлы булырға тейеш

Иртәнге аштың туҡлыҡлығы кеше организмының шәхси үҙенсәлектәренә бәйле булырға тейеш, сөнки һеҙ ысынлап ашарға теләһәгеҙ генә аҙыҡ файҙа килтерәсәк. Шуға күрә, әгәр иртән ауыҙығыҙға бер ризыҡ та ҡаба алмаһағыҙ, үҙегеҙҙе яфаламағыҙ, иң яҡшыһы бер стакан һыу эсегеҙ.

Иртән йүгерергә кәрәк

Йүгереү иртән дә, шулай уҡ кисен дә файҙалы. Шуға күрә, әгәр иртән көсөгөҙ, теләгегеҙ һәм ваҡытығыҙ булмаһа, үҙегеҙҙе мәжбүр итмәгеҙ. Өҫтәүенә, иртән йүгерер алдынан организмығыҙға уянырға ваҡыт бирергә кәрәк, артабан иртәнге аш ашарға һәм аҙыҡ үҙләштерелгәнсе 40 минутлап көтөргә һәм шунан ғына физик күнегеүҙәр менән шөғөлләнеү зарур. Юғиһә, ҡапыл башҡарылған хәрәкәттәр арҡаһында аңығыҙҙы юғалтыуығыҙ, башығыҙ ауырта башлауы йәки йөрәк тибеше боҙолоуы мөмкин.

Тәмле ризыҡтарҙан баш тартырға

Тәмлекәстәр кеше организмына баш мейеһенең әүҙем эшләүе өсөн кәрәк, сөнки унда глюкоза бар. Шуға күрә уларҙан тулыһынса баш тартырға кәрәкмәй. Иң яҡшыһы - ҡулланған шәкәр күләмен кәметегеҙ. Мәҫәлән, йогурт һатып алығыҙ, сәйҙе шәкәрһеҙ эсегеҙ һәм кәнфит урынына киптерелгән емеш ашағыҙ.

Тән ауыртҡансы күнекмә яһарға

«Әгәр киләһе көнгә бер ерең дә ауыртмаһа, насар шөғөлләнгәнһең». Әммә, ысынында, тәндең ауыртыуы организмға көсөргәнештең бик күп булыуынан барлыҡҡа килә. Өҫтәүенә, мускулдарҙа ауыртыу хисе мускул туҡымаларының йәрәхәтләнеүенә күрһәтеүе мөмкин. Бындай осраҡта тулыһынса тергеҙелгәнсе күнекмәләрҙән бер аҙ баш тартырға тура киләсәк.

Аҙыҡ ҡабул иткән мәлдә һыу эсмәҫкә

Һыу аш һеңдереү системаһының һәйбәт эшләүе өсөн кәрәк. Әгәр шыйыҡса етерлек булмаһа, ашҡаҙан уны һеләгәйҙән ала. Шуға күрә һыуҙы ҙур булмаған миҡдарҙа эсергә ярай һәм кәрәк. Шулай итеп, һеҙ ашҡаҙанығыҙҙың эшен еңеләйтәсәкһегеҙ һәм аҙыҡ-түлек тиҙерәк үҙләштереләсәк.

Бер үк ваҡытта туҡланырға

Әгәр һеҙ ас булмаһағыҙ, ваҡыты еткән тип кенә ашарға кәрәкмәй. Иң төп ҡағиҙә - ҡасан асығыу һиҙәһегеҙ шунда ашағыҙ. Һеҙҙең организм үҙе төшкө аш өсөн иң яҡшы ваҡытты әйтәсәк. Күләмгә килгәндә, бында тәүлеклек аҙыҡ күләмен көнөнә 5-6 тапҡыр ҡабул итеүгә бүлергә кәрәк.

Аҙыҡ ҡабул иткән һайын теште йыуырға

Көн дауамында кеше йыш ҡына әсе аҙыҡ-түлек: лимонлы сәй, тоҙло әйберҙәр, төрлө салаттар ҡуллана. Улар теш эмален бөтөрөргә һәләтле. Ашағандан һуң тешегеҙҙе таҙартһағыҙ һеҙ ошо процесҡа булышлыҡ ҡына итәһегеҙ. Бынан тыш, тешегеҙҙе йыш таҙартыу ҡаҙналарығыҙҙың ҡанауына килтереүе мөмкин. Шуға күрә ошондай яңылыҡтарға ҡарамаҫтан, тешегеҙҙе, элекке кеүек үк, иртән һәм кисен таҙартығыҙ.

Икмәк - булка изделиеларынан баш тартыу

Икмәктә кәрәкле аҙыҡ-түлек туҡымалары бар, улар организмдан холестерин һәм үт сығара. Шулай уҡ икмәк аш һеңдереү системаһының һәйбәт эшләүенә булышлыҡ итә. Тәбиғи, был уны күп ашарға кәрәк тигәнде аңлатмай: көнөнә 200 грамм да етә.

Тәүлегенә ике литр һыу эсергә

Ҡулланған һыу күләме һеҙҙең ауырлығығыҙға тура килергә тейеш - 30 мл/кг. Шулай уҡ һауа шарттарын, һауаның дымлылығын һәм спорт менән шөғөлләнгәндә юғалтҡан һыуҙы иҫәпкә алырға кәрәк.

Организмдың һыу балансына килгәндә, таҙа һыуҙан тыш, сәй, ҡәһүә, һуттар һәм башҡа шыйыҡсалар ҙа ҡуллана алаһығыҙ.

Наташа Р.:

- Элегерәк миңә иртән йоҡонан тороуы ауыр була торғайны, ҡайһы саҡ «карауаттан тороу» миссияһы 20-30 минутҡа тиклем дауам итә ине. Эш урынында йоҡлап тигәндәй ултырҙым тиһәм дә була (арығанлыҡтан тын алыуы ауыр ине). Кисен уй-фекерҙәремде туплай алмай, төнгә тиклем компьютерҙа ултырып, ятыу менән йоҡлап китә инем. Ете сәғәттән күберәк йоҡлай инем. Ике йыл элек көн дауамында даими һыу эсә башлағас, будильникка тиклем 1-2 минут алдан уяна башланым. Хәҙер мин йоҡонан торғас та шунда уҡ 350 мл һыу эсәм, һыу һалынған стаканды йоҡлар алдынан карауат эргәһендәге өҫтәлгә ҡуям. Эштә «йоҡлауҙан» туҡтаным. Эш көнө дауамында 550 милилитрлы 3-4 шешә һыу эсәм. Был миңә һәр ваҡыт тонуста булырға ярҙам итә. Һыу ябығырға ярҙам итә тигән фекер дөрөҫ түгел. Ул артығын ашамаҫҡа ғына ярҙам итә, ә был төрлө әйберҙәр. Әгәр элек ваҡыты-ваҡыты менән печенье ашап алһам, хәҙер иһә бындай ғәҙәтем юҡ. Һыу эскәндән һуң ниндәйҙер ваҡыт ашау теләге юғала. Минең өсөн һыу - киске ашты көтөп еткереү ысулы, әммә ул миңә билемде нескәртергә ярҙам итмәне.

Элина Я.:

- Күмәс менән бутҡанан торған иртәнге тәмле аш минең кәйефемде күтәрә. Бынан тыш, тыныс шарттарҙа иртәнге аш уй-фекерҙе, иғтибарҙы тупларға, дәрес ваҡытында эстең «асығыуына» иғтибар итмәҫкә ярҙам итә. Тап иртәнге аш көн дауамында асығыуҙы контролдә тоторға булышлыҡ итә. Мәҫәлән, әгәр иртән туҡлыҡлы ашаһам, оҙаҡ асыҡмайым. Ҡайһы саҡ иртән ашап өлгөрмәһәм асығыуымдан асыуым килеп, ҡәнәғәтһеҙлек күрһәтәм. Шул саҡ көн дауамында икеләтә күберәк ашайымдыр, моғайын, бынан ашҡаҙанға ауыр. Шуға күрә, мин һәр ваҡыт иртән бутҡа ашарға тырышам.

Гөлдәр ҒӘФИЕВА әҙерләне.
Читайте нас: