Стоматологтар мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы һөнәрҙәре менән таныштырҙы һәм тештәрҙе дөрөҫ таҙартырға өйрәтте. Уйын формаһында балаларға тештәрҙе ҡарау ҡағиҙәләрен аңлатты, «Таҙа тештәр» тип аталған эксперимент үткәрҙе, зыянлы микробтар тураһында һөйләне, балаларға уйын аша гигиена процедураларын үтәү мөһим булыуын әйтеп, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға саҡырҙы.