Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
22 Март 2019, 11:44

Яҙын һаулыҡты нисек нығытырға?

Көтөп алған матур миҙгелебеҙгә лә аяҡ баҫтыҡ. Белеүебеҙсә, яҙ - кеше организмының иң ҡаҡшаған осоро. Шулай ҙа, дуҫтар, яҙҙың ҡояш нурҙарына ғына түгел, сирҙәргә лә бай икәнен оноторға ярамай. Тап ошо ваҡытта, витамин етмәү сәбәпле, төрлө ауырыу киҫкенләшә.

Организмға нимә кәрәклеген ҡайһылайтып белергә һәм сирҙе нисек еңергә?

А витамины етмәй икән, күҙҙәрҙә ҡоролоҡ барлыҡҡа килә, кеше саҡ ҡына ҡараңғыла ла күрмәй башлай, тын юлдары, ашҡаҙан сирҙәре ҡалҡып сыға, тире боҙола, хәл бөтә. Был проблемаларҙы яйға һалыу өсөн кишер, йомортҡа, балыҡ, ҡыҙыл һәм һары төҫтәге йәшелсә менән туҡланыу кәңәш ителә. А витамины шулай уҡ йәшел һуғанда, петрушкала, гөлйемештә, һырғанаҡта күп.

В витаминының организмда тейешле кимәлдә булмауы йоҡлай алмауҙа, тиҙ ярһып китеүҙә, хәлһеҙлектә, баш ауыртыуында, конъюнктивит, дерматит сирҙәре барлыҡҡа килеүендә, йөрәк тибешенең йышайыуында сағыла. Ҡыш антибиотиктар менән дауаланған кеше уға айырыуса ҙур мохтажлыҡ кисерә. В витамины һөт аҙыҡтарында, ҡыяҡлы үҫемлектәрҙә, әсеткелә күп.

С витамины аҙ икән, кеше хәлһеҙлектән йонсой, күреү һәләтенең насарайыуы, теш ҡаҙнаһының ҡанһырауы, нәҙек ҡан тамырҙарының мөсһөҙләнеүе ихтимал. Был проблемаларҙы бөтөрөүҙә иң ҙур ярҙамсылар – цитрус емештәр, тоҙло кәбеҫтә, туңдырылған еләк-емеш, гөлйемеш.

Д витаминын «ҡояш витамины» тип йөрөтәләр. Ҡышҡы оҙон төндәрҙән, яҡтылыҡ етмәүҙән организмда уның күләме ныҡ кәмей. Һөҙөмтәлә һөйәктәрҙең торошо насарайыуы, муртҡа әйләнеүе, мускулдарҙың көсһөҙләнеүе, ҡан әйләнешенең түбәнәйеүе, матдәләр алмашыныуының боҙолоуы ихтимал. Д витамины балыҡта, аҡ майҙа, сырҙа, һөттә күп. Шул уҡ ваҡытта саф һауала йышыраҡ йөрөргә кәрәк – ыңғай һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәҫ.

Е витамины (токоферол) яҙ миҙгеле менән бигерәк тә ауаздаш, сөнки йәшәртеү, матурайтыу көсөнә эйә. Ул – ҡеүәтле тәбиғи антиоксидант. Организмда был витаминдың тейешле күләмдә булмауы дөйөм сәләмәтлектә, тиренең, сәстең, тырнаҡтарҙың торошонда сағыла.

Токоферол иммунитетты нығыта, мускулдар эшмәкәрлеген көйләй. Үҫемлек майы, сәтләүектәр, йомортҡа һарыһы, гөлйемеш, сей балан Е витаминына айырыуса бай.

Кешенең иммунитет системаһы яртылаш нәҫелдән килә, сөнки ул әсә ҡарынында уҡ формалаша башлай, һәм 50 проценты йәшәү рәүешенән. Кешенең иммунитеты сәләмәт йоҡо, туҡланыу һәм физик көсөргәнешкә бәйле.

Иммунитетты махсус саралар ярҙамында тергеҙеү һәм нығытыу мөһим, бының өсөн өҫтәмә ысулдар күп.

Имбир

Имбир витаминдарға һәм аминокислоталарға бай: А, С, В1, В2, шулай уҡ уға магний, фосфор, тимер һәм кальций инә. Имбир бешкән һыуҙы эсергә, йә үлән сәйенә ҡушып эсергә тәҡдим ителә.

Ҡыҙыҡлы факттар:

- ауырлы ҡатындарҙың токсикоз ваҡытында, диңгеҙ ауырыуҙарынан имбир сәйен эсеү тәҡдим ителә, сөнки ул күңел болғаныуҙы, баш әйләнеүҙе туҡтата, көс бирә. Һалҡын тейеп йыш ауырыған, киҙеү һәм күп физик көсөргәнеш кисергән кешеләргә иммунитетҡа иғтибар бирергә кәрәк.

Имбир менән рецептар:

- Имбир, гөлйемеш, йүкә сәскәһен төнәтеп ҡайнар килеш эсергә, һыуыҡ тейгәндә һәм юғары температура ваҡытында ярҙам итә;

- ҡара сәй, ике төп имбир, ике япраҡ бөтнөгө (мята), ярты таяҡса дәрсен (корица) ҡандағы шәкәрҙе нормалләштерә.

Мүк еләге

Мүк еләге (клюква) - иң файҙалы һәм һирәк еләк-емештәрҙең береһе. Ул С, K, PP витаминындарына бай һәм В төркөмө аминокислота, антиоксиданттарға бай Төньяҡ еләге вирустарға ҡаршы үҙенсәлектәргә эйә. Еләк тәбиғи антибиотиктар булғанға, ул термик эшкәртеүһеҙ ҙә оҙаҡ ваҡыт боҙолмай. Еләкте сей көйө ашарға була, шулай уҡ һут, ҡайнатма, джем кеүек ҡулланырға мөмкин.

Ҡыҙыҡлы факттар:

Мүк еләге һыуыҡтар төшкәс йыйыла;

Мүк һуты бәүел юлдары инфекцияларынан һаҡлай.

Мүк еләге менән бал морсы:

Мүк еләге - 0,5 литр; бал - 4 аш ҡалағы, һыу - 2 литр.

Мүк еләген блендер менән ваҡлап, тишекле сүмес аша кәстрүлгә бушатырға һәм һыу, йылы бал һалып бутарға.

Шуға күрә, һаулыҡты һаҡлау һәм иммунитетты нығытыу барыһына ла мөһим, бигерәк тә яҙ, сөнки был ваҡытта организм ярҙамға мохтаж.

Иң мөһиме, үҙегеҙ өсөн үҙ һаулығыңды һәм организмдың иммунитетын нығытыу - ул сәләмәт йәшәү рәүешен ғәҙәткә индереү.

Йөрәгегеҙ һау булһын, талсыҡмай эшләһен тиһәгеҙ, туҡланыуға айырыуса ҙур иғтибар бүлегеҙ. Бигерәк тә яҙын, витаминдарға ҡытлыҡ кисергәндә, уға көсөргәнеш төшә, организмдың арығанлығы тойола.

Алма, грейпфрут, гранат

Ишеткәнегеҙ барҙыр: «Алма табипты бер көнгә эшһеҙ ҡалдыра». Беҙҙең илдәге иң популяр емеш йөрәк өсөн ифрат файҙалы.

Алмалағы күҙәнәклектәр холестерин кимәлен түбәнәйтә, калий бүлеп сығарыу системаһы эшен әүҙемләштерә, пектин иһә организмдан зарарлы матдәләрҙе сығарыуға булышлыҡ итә.

Гранат ҡанды шыйыҡлай, атеросклероздан һаҡлай, шулай уҡ холестеринды кәметә. Грейпфрут иһә ҡан баҫымын түбәнәйтә, витаминдарға ифрат бай.

Һоло һәм башҡа ба­шаҡлыларҙың бутҡалары

Иртәнге ашты һоло бутҡаһынан башлау – иң яҡшы ғәҙәт, сөнки был ризыҡ йөрәкте нығыта, инфарктты иҫкәртә. Ғөмүмән, башаҡлыларҙа, төрлө ярмаларҙа витаминдар, антиоксиданттар күп, улар атеросклероз һәм ишемия кеүек сирҙәрҙән аралай.

Әммә был сифаттар бешерергә кәрәкмәгән, эҫе һыу ҡойоп ҡына әҙерләнгән иртәнге аштарға ҡағылмай, сөнки унда ярманың файҙалы ҡаты ҡабығы алына. Шуға ла ҡәҙимге ярма һатып алып бешереү фарыз.

Ҡара бойҙай ҙа ифрат фай­ҙалы. Уның составындағы рутин капиллярҙарҙың һығылмалығын һаҡлай, ҡан тамырҙары тығы­лыуын иҫкәртә.

Майлы балыҡ

Йөрәк өсөн күп ит ашау зыянлы булһа, балыҡты мөмкинлек сыҡҡан һайын ашау фарыз. Был бигерәк тә һөмбаш, бағыр кеүек ҡыҙыл итле; скумбрия, сельд, тунец балыҡтарына ҡағыла. Уларҙа Омега-3 кислотаһы күп: ҡан составын яҡшырта, тромбтар барлыҡҡа килеүҙән ҡурсалай.

Ҡуҙаҡлылар

Фасоль (ноҡот борсағы) һәм чечевица (яҫмыҡ) туҡлыҡлылығы буйынса итте алмаштыра ала, унда витаминдар, аҡһым күп. Майҙар бөтөнләй юҡ, шуға ла улар йөрәк өсөн ифрат файҙалы. Флавоноидтар иһә артериаль гипертензиянан ҡурсалай.

Ҡабаҡ

Составында калий күп булыу сәбәпле, ҡабаҡ организмдан зарарлы матдәләрҙе, артыҡ холестеринды сығара, ҡан баҫымын нормаға килтерә, ә бета-каротин ҡан тамырҙарын атеросклероздан һаҡлай.

Шулай уҡ сәтләүектәр, көнба­ғыш, етен майы, әсе шоколад, һа­рымһаҡ та йөрәк өсөн бик фай­ҙалы. Уларҙы сама менән ҡул­ланыу һаулығығыҙҙы яҡшыртырға, йөрәкте нығытырға ярҙам итә.

Марина СӘҒИТОВА,

үҙәк район дауаханаһының медицина профилактикаһы кабинеты табибы.
Читайте нас: