Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
22 Март 2019, 11:41

Сирҙе дауалап була. Һәм бик уңышлы

Март аҙағында Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнө билдәләнә. Һүҙ - үткән быуаттарҙа меңәрләгән кешенең ғүмерен өҙгән аяуһыҙ үпкә сире, халыҡ телендәгесә, сихут тураһында бара. Элекке замандағыса киң таралмаһа ла, әлегә уны еңеп сығыу хаҡында һүҙ алып барыу урынһыҙ. Йәмғиәттә туберкулез булған һәм әле лә бар; табиптар ауырыуҙы уңышлы дауалаһа ла, йоғошло, ҡурҡыныс сир - беҙҙең арала, бәлки, һеҙ уйлағандан да яҡыныраҡтыр.

Туберкулез, ғәҙәттә, һауа һәм туҙан аша йоға. Тәүгеһе хаҡында билдәле: сирле йүтәлләгән, сөскөргән саҡта инфекция һауаға тарала. Икенсеһенә килгәндә, мәҫәлән, сирле кеше иҙәнгә төкөрҙө, ти. Бактерия туҙан менән һауаға күтәрелә. Ошо хәлдә ул йылдан ашыу әүҙем булып ҡалыуы һәм кешеләргә йоғоуы ихтимал.

Нигеҙҙә, туберкулез тыуҙырыусы микроорганизмдар икәү: кешеләр араһында киң таралған Кох таяҡсаһы (Mycobaсterium tuberculosis), икенсеһе - һыйыр малының микробактерияһы (Mycobacterium bovis). Һуңғыһы менән сирле һыйырҙың йәки кәзәнең (бик һирәк) һөтөн ҡул­ланғанда сирләп китергә мөмкин. Йорт хайуандары, ғәҙәттә, елен, эсәктәрҙәге лимфа төйөндәре туберкулезы менән сирләй, шуға күрә мал-тыуар даими ветеринар тикшереүе үтеп торорға тейеш.

Манту - махсус тире-аллергия пробаһы, 1908 йылда француз Шарль Манту тарафынан уйлап табылған. Ул организмында туберкулез таяҡсаһы, йәғни инфекцияланған кешеләрҙе асыҡларға ярҙам итә. Проба тире аҫтына тулы булмаған антиген - туберкулинды индереүҙән ғибәрәт. Ғәҙәттә, ул мәктәп йәшендәге балаларға яһала. Әгәр ҙә организмда туберкулез микробактериялары бар икән, мәҫәлән, БЦЖ прививкаһынан һуң, антигендар тураһында «хәтерләүсе» лимфоциттар туберкулинды шунда уҡ «танып» ала. Улар тиҙ генә Манту яһалған урынға йыйыла, ул ҡыҙара, үҫә, ә табиптар, уның ҙурлығын үлсәп, һығымта яһай. Әгәр ҙә быға тиклем лимфоциттар әүҙем, хәүефле Кох таяҡсаһы менән осрашҡан булһа (йәғни, һау-сәләмәт кеше сирле менән аралашҡан икән), улар Манту урынына тағы ла күберәк йыйыласаҡ. Ә был сигнал! Бындай баланы тиҙ генә тикшерергә, сирләп китеү ихтималлығын бөтөрөргә кәрәк.

Туберкулезды дауалау - оҙайлы һәм ҡатмарлы ғәмәл. Ауырыуҙан ҡотолоу юлы бар, әммә бының өсөн бик күп көс, ваҡыт, һаулыҡ һәм матди сығымдар талап ителә. Ошо хәлгә етмәҫ өсөн бик ябай ҡағиҙәне үтәү - йылына бер тапҡыр мотлаҡ флюорография үтеү мотлаҡ. Шулай уҡ сәләмәт тормош рәүеше алып барыу, дөрөҫ туҡланыу, балаларға ваҡытында вакцинация эшләү, һаулығыңа иғтибарлы булыу ҙа туберкулез йоғоу хәүефен ҡырҡа кәметә.

Динә МОРАҘЫМОВА,

«Башҡортостан Республикаһында гигиена һәм эпидемиология үҙәге»нең Стәрлетамаҡ район-ара филиалы табип-эпидемиологы.
Читайте нас: