Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
7 Март 2019, 14:03

Халыҡ медицинаһынан бер шәлкем кәңәш

Тымауҙан, гаймориттанБер балғалаҡ бал, бер балғалаҡ эвкалипт төнәтмәһе (дарыуханала һатыла), бер балғалаҡ ҡаты итеп бешерелгән ҡара сәйҙе бергә ҡушып бутарға һәм өс көн буйы көнөнә өс тапҡыр танауға тамыҙырға. Бер тамыҙғанда, пипетканың яртыһын алырға кәрәк. Бер-ике процедуранан һуң да танау асылып, тын алыуы еңелләшә.

Шешенеүҙән

Был коктейль бауыр эшмәкәрлеген яҡшырта, ҡан тамырҙарын нығыта һәм шешенеүҙе кәметә. Ҡыярҙың ҡабығын әрсеп, турап блендерға һалырға, бер аҙ таҙартылған әстерхан сәтләүеге, йәшел һуған, укроп, һарымһаҡ, зәйтүн майы, лимон һуты һәм ҡайнаған һыу өҫтәргә. Тоҙ урынына диңгеҙ кәбеҫтәһе һалырға мөмкин. Барыһын бергә блендерҙа иҙергә һәм өҫтөнә йогурт йә кефир ҡойорға.


Бронхиттан

Киптерелгән мандарин ҡабығынан бронхитты дауалау өсөн бик яҡшы дарыу әҙерләп була. 20 г ваҡланған ҡабыҡҡа бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп төнәтергә. Әҙер булғас һөҙөп, көнөнә биш тапҡыр ашар алдынан берәр ҡалаҡ эсергә. Көндәлек порцияны һәр саҡ яңынан әҙерләргә.


Быуындар һыҙлауынан

Бер үк күләмдә шалҡан, керән һәм торма алып, ҡырғыс аша үткәрергә һәм барыһын бергә бутап, ауыртҡан урындарға һөртөргә, йәиһә марляға һалып, компресс итеп ябырға. Керәндең тирене яндырыуы ихтимал, шуға күрә компресты ике сәғәттән артыҡ тоторға һәм көн һайын ҡуйырға ярамай.


Анемиянан ярҙам итә

Бер үк күләмдә торма, сөгөлдөр, кишер, мүк еләге һуты алына һәм шуға берәр өлөш бал һәм коньяк ҡушыла. Килеп сыҡҡан дарыуҙы һыуытҡыста тотоп, көнөнә өс тапҡыр өсәр ҡалаҡ эсергә. Гемоглобин күтәреләсәк. Профилактика өсөн был ҡатнашманы йылына ике тапҡыр берәр литр эсергә кәрәк.


Тиреләге кескәй эрендәргә ҡаршы

Ғәҙәттә, балаларҙың тиреһендә бәләкәй генә эрендәр барлыҡҡа килә. Уларҙы дауалау өсөн бер үк күләмдә һуған, балан емеше һәм үҫемлек майы алырға кәрәк. Шуларҙы табала әкрен утта быҡтырырға һәм бер тәүлек төнәткәндән һуң сирле урындарға һөртөргә.


Үҙәк көйөүҙән арыныу өсөн

- Ярты стакан артыҡ ҡуйы булмаған һөт эсергә мөмкин, бер сәғәткә булһа ла үҙәк көйөүе баҫылыр.

- Сей картуфтың һуты бигерәк тә һөҙөмтәле булыуы ихтимал. Бының өсөн картуфты әрсеп, ҡырғыс аша үткәрергә һәм һутын һығып, көнөнә ике тапҡыр яртышар стакан эсергә.

- Бөтнөк үләненең һуты үҙәк көйөүҙе баҫыу ғына түгел, ғөмүмән, уны булдырмаҫҡа ярҙам итә. Үлән сәйенә ҡарағат, балан япрағы ла ҡушырға ярай. Был сәйҙе көнөнә 2 – 3 тапҡыр берәр стакан эсергә кәңәш ителә.

"Йәшлек" гәзитенән.
Читайте нас: