Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
13 Февраль 2019, 11:07

Киҫкен респиратор сирҙәр һәм грипп

Уларҙы иҫкәртергә мөмкинҺуңғы тиҫтә йылда Башҡортостан Республикаһында йыл һайын 600 меңдән алып 1 миллионға тиклем киҫкен респиратор инфекциялар һәм грипп менән сирләүсе теркәлә. Инфекциялы ауырыуҙарҙың дөйөм структураһында грипп һәм киҫкен вируслы респиратор инфекциялар өлөшө 93-96% тәшкил итә. Эпидемия осоронда сир арҡаһында 50% тиклем халыҡ ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙ була.

Гриптан һуң өҙлөгөүҙәр (йөрәк-ҡан тамырҙары, нервы, һулыш алыу системаһы яғынан), хроник сирҙәрҙең көсәйеүе оҙайлы ваҡытҡа эшкә һәләтлелекте юғалтыуға, инвалидлыҡҡа килтереүе мөмкин. Пневмония гриптың иң ауыр өҙлөгөүе булып тора, һуңғы йылдарҙа уның үҫеше күҙәтелә.

Әлеге мәлдә Башҡортостанда киҫкен респираторлы инфекциялар менән сирләүселәр һанының артыуы билдәләнә. Республика буйынса ауырыуҙар кимәле эпидемик сиктән 28% юғарыраҡ. Өҫтәүенә, вируслы инфекцияның ныҡлап таралыуы 2-3 аҙнанан көтөлә.

Ошо эпидемик миҙгелдә гриптың А1 «Мичиган», А2 «Сингапур» һәм В «Колорадо» кеүек өс вирусы таралыуы күҙаллана.

Беҙҙең территорияла шулай уҡ киҫкен респиратор инфекциялар һәм гриптың үҫеше күҙәтелә, сирләү кимәле әлегә эпидемик сиктән түбән.

Йыш ҡына грипп һәм респиратор сирҙәр таныш симптомдарҙан - температура, хәлһеҙлек, тымау, йүткереүҙән башлана. Әммә, грипп башҡа киҫкен инфекциялар менән сағыштырғанда ауырыраҡ формала үтә һәм өҙлөгөүҙәргә - бронхит, пневмония, отит һәм синусит һ.б. килтерә.

Грипп айырыуса оло йәштәге кешеләргә хәүефле, улар олоғайған һайын иммунитеттары кәмей, ә хроник сирҙәрҙең булыуы етди өҙлөгөүҙәр барлыҡҡа килеү һәм булған сирҙәрҙең көсәйеү хәүефен арттыра. Йыл һайын грипты һәр өсөнсө-бишенсе бала һәм бишенсе-унынсы өлкән кеше үткәрә.

Бәләкәй йәштәге балалар өсөн ниндәй ҙә грипп вирусы яңы, шуға күрә улар айырыуса быны ауыр үткәрә, уларҙың тулыһынса йүнәлеүе өсөн оҙайлы ваҡыт талап ителеүе мөмкин. Эпидемик сирләү осоронда иң юғары күрһәткестәр балаларға һәм өлкәндәргә тура килә. Айырыуса юғары хәүеф төркөмөнә: яңы тыуған сабыйҙар һәм ике йәштән кесерәк балалар, йөклө ҡатындар, һулыш алыу орандарының хроник патологияһы, шул иҫәптән бронхиаль астма, хроник йөрәк-ҡан тамырҙар системаһы менән сирләүселәр, шәкәр диабеты, һимереү менән яфаланыусы, бөйөр патологияһы һ.б. булған кешеләр, һәм 65 йәштән өлкәндәр инә.

Грипты профилактикалауҙа иң һөҙөмтәле сара - вакцинация, ул халыҡҡа йыл һайын эпидемия осоро алдынан, федераль бюджет саралары, шулай уҡ эш биреүселәр һәм граждандарҙың шәхси иҫәбенә профилактик прививкалар календары даирәһендә ауырыу башланғансы ике-өс ай алдан яһала.

Вакцинация тотош донъяла гриптан төп һаҡлау сараһы булараҡ билдәләнә. Грипҡа ҡаршы прививка яһау кампанияһы тамамланыу йомғаҡтары буйынса, 45% халыҡҡа привика яһалған, был уларға ошо эпидемиологик миҙгелдә гриптан һаҡлауҙы тәьмин итә.

Грипп менән сирләү осоронда профилактик саралар ҡулланырға тәҡдим ителә:

- грипп менән сирләү билдәләре булған кешеләр менән бәйләнешкә инмәҫкә;

- кешеләр күпләп йыйылған урындарҙа һәм йәмәғәт транспортында булыу ваҡытын ҡыҫҡартырға;

- медицина маскаһы йөрөтөргә;

- ҡулығыҙҙы һабын менән йыш һәм ентекле йыуырға йәки уларҙы махсус средство менән эшкәртергә;

- өйөгөҙҙө йыйыштырырға, елләтергә һәм һауаны дымлатырға кәрәк.

Сирҙе иҫкәртеү өсөн организмығыҙҙы нығытыу һәм сыныҡтырыу зарур. Йоҡоғоҙҙо туйҙырығыҙ, эш һәм ял режимдарын тотоғоҙ, күберәк саф һауала булырға тырышығыҙ. Тышҡа сығыр алдынан һауа торошо буйынса кейенегеҙ, урамда йөрөгәндә өшөргә тырышмағыҙ.

Организмды нығытырға дөрөҫ туҡланыу булышлыҡ итә. Туҡланыу рационына А, С витаминдары булған продукттарҙы, цинк һәм кальций, цитрус, киви, татлы борос, һөт продукттары, ҡаты сыр, бешкән балыҡ, һыйыр ите, ҡаймаҡ, йөҙөм, йәки күрәгә менән кишер һ.б. индерегеҙ.

Организмдың респиратор вирустарға, шул иҫәптән грипп вирустарына тотороҡлоғон арттырыу маҡсатында, махсус булмаған профилактика сараһы булараҡ, иммунитетты арттырыусы төрлө препараттар һәм саралар (табип тәҡдиме буйынса) ҡулланыла.

Аяҡ өҫтө үткәргән ниндәй ҙә вирус ауырыуы киләсәктә ауыр эҙемтәләргә һәм өҙлөгөүҙәргә килтереүе мөмкин. Өҫтәүенә, ауырыған кеше тирә-яҡтағыларға ла сирен йоҡтора. Шуға күрә гриптың тәүге билдәләре булғас та үҙегеҙҙе үҙегеҙ дауалау менән шөғөлләнмәгеҙ, ә табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Һаулығығыҙға иғтибарлы булығыҙ, һеҙҙең сәләмәтлек үҙегеҙҙең ҡулығыҙҙа.


Грипп - тын алыу юлдарының көслө йоғошло ауырыуҙарының береһе. Вирустарҙың 100-ҙән ашыу төрө араһында A, В, С вирустары ғына киҙеүҙе тыуҙыра. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул һап-һау кешене лә аяҡтан йығыуы менән ҡурҡыныс.

Сир тиҙ үҙгәрә һәм үтә йоғошло. Вирустың үҙен электрон микроскоп аша ғына күрергә мөмкин. Ул бик тотороҡһоҙ, уны хатта туп-тура төшкән ҡояш нурҙары, хлор, һелте кеүек дезинфекциялаусы матдәләр бик тиҙ үлтерә, 70 градустан юғары температураға сыҙай алмай.

А гриппы эпидемияһы - ике-өс йылға, В гриппы дүрт-алты йылға бер тапҡыр ҡабатлана. С гриппы эпидемия тыуҙырмай, уның менән бер генә тапҡыр ауырырға мөмкин, кешеләр уны башҡаса йоҡтормай. Шунлыҡтан, уның менән, асылда, балалар ауырый.

Л.Р.ТУҠТАРОВА, Роспотребнадзорҙың БР буйынса идаралығының Стәрлетамаҡ территориаль бүлеге белгес-эксперты.



Читайте нас: