Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
12 Февраль 2019, 11:54

Ял көнөндә диспансерлаштырыу

Беренсе йомғаҡтар - йыуаныслы түгелБеҙҙең илдә дөйөм түләүһеҙ диспансерлаштырыу 2013 йылда башланды һәм шул ваҡыттан алып йыл һайын уны миллионлаған кеше үтә. Һәр кемдең фекере төрлөсә, әлбиттә: «исем өсөн» эш күрһәтәләр тигән һүҙҙәрҙән башлап сәләмәтлеккә бәйле ҡайһы бер сирҙәрҙе асыҡлап, ваҡытында дауалана башлаған өсөн рәхмәт һүҙҙәренә тиклем. Айырыуса, әгәр был онкологияға бәйле булһа.

«Иртәрәк асыҡлаһаң, дауалау ҙа еңелерәк», - тип иҫәпләй медицина хеҙмәткәрҙәре. Халыҡҡа, дөрөҫөрәге эш көндәрендә поликлиникаға килә алмаған эшләп йөрөгән кешеләр тикшеренеү үтер өсөн уңайлы булһын тип, Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһы етәкселеге 2 февралдә, башҡа сирлеләр, сират булмағанда һәм табиптар уларҙы ғына ҡабул итһен өсөн ял көнөндә диспансерлаштырыу үткәрергә тәҡдим итте.

- Уның һөҙөмтәләре, дөрөҫөн әйткәндә, беҙҙе һөйөндөрмәне, - ти поликлиника мөдире Альбина Заманова. - Беҙ ял көнөндә йорт мәшәҡәттәренән һәм ғаиләләренән, балаларынан айырып, өс терапевты, шәфҡәт туташтарын эшкә саҡырттыҡ. ЭКГ, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы, процедура кабинеты, лабораторияны астыҡ. Төрлө каналдар аша күп кенә предприятие һәм учреждениеларҙың коллективтарына хәбәр иттек. Ҡабул итеүгә 120нән ашыу кеше көткән инек, әммә улар өс тапҡырға кәмерәк, 46 кеше килде. Йәғни, кешеләрҙең сәләмәтлек торошо тураһында белеү өсөн ял көнөн әрәм иткеһе килмәгән. Ә бит диспансерлаштырыу хәҙер ирекле түгел, төрлө стадияла сирҙе асыҡларға ярҙам итеүсе мотлаҡ процедура булып тора. Уны үтергә тейешле кешеләр сәләмәтлектәренә битараф тигән фекер тыуа. Был борсоулы хәл. Артабан да былай барһа ял көнөндә диспансерлаштырыу практикаһын туҡтатырға тура киләсәк. Һәм ул ваҡытта халыҡҡа уны сирлеләр поликлиникала күп булған эш көндәрендә үтергә тура киләсәк, - тип билдәләне Альбина Фәрзән ҡыҙы.

Рәйсә МУСИНА.


Читайте нас: