Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
2 Февраль 2019, 10:11

Яман шеште еңергә мөмкин, иң мөһиме уны иртәрәк асыҡларға

2005 йылдан алып 4 февраль яман шешкә ҡаршы көрәш көнө булараҡ билдәләнә. Уның маҡсаты - ошо ҙур проблемаға йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеү, онкология сирҙәре хәүефе тураһында иҫкәртеү. Медицина алға киткән заман булһа ла, бөтә кешелек яман шеш тигән һүҙҙән үк өркөп йәшәй. Сөнки үлем сәбәбе буйынса онкология йөрәк-ҡан тамырҙарынан һуң икенсе урында килә. Ағымдағы йылда ул «БЫЛ МИН ҺӘМ МИН БУЛАСАҠМЫН» девизы аҫтында үткәрелә.

Организмдағы күҙәнәктәрҙең сифат йәһәтенән үҙгәреп, бүленеү һәләтен юғалтыуы һөҙөмтәһендә туҡыманың патологик үҫеүе шеш тип атала. Шеш хәүефһеҙ һәм хәүефле (яман) була. Хәүефһеҙ шеш әкрен үҫә, йылдар буйы үҙгәрешһеҙ ҡалыуы ихтимал, уларҙың үҙ тиресәһе бар. Хәүефһеҙ шеште тиресәһе менән бергә алып ташлайҙар. Яман шеш йылдам үҫә, уның тиресәһе юҡ. Бындай шеш күҙәнәктәре һәм уларҙың тамырҙары үҙен уратып алған туҡымаларға үтеп инә һәм уларҙы зарарлай. Лимфа төйөнөнә йәки ҡан тамырына үтеп, ҡан һәм лимфа ағымы менән башҡа ағзаларҙы зыянлауы, уларҙа ла яман шеш - метастаза барлыҡҡа килтереүе мөмкин.

Был яман ауырыу барлыҡҡа килеүгә нимә булышлыҡ итә һуң? Дөрөҫ туҡланмау төп сәбәп булып тора, икенсеһе - тәмәке тартыу. Яман шеш барлыҡҡа килеүенә тәмәке төтөнөндәге канцерогендар ғына түгел, никотин да йоғонто яһай. Насар ғәҙәттән арынғанда, ирен, тел, бауыр һәм башҡа органдарҙың яман шеше барлыҡҡа килеү ҡурҡынысы кәмей.

Алкоголь ҡулланмаһағыҙ бауыр, ҡыҙыл үңәс, ауыҙ ҡыуышлығы, тамаҡ, аш һеңдереү трактының башҡа ағзалары яман шеше хәүефен кәметерһегеҙ.

ВИЧ-лы пациенттарҙа был ауырыуҙың барлыҡҡа килеү мөмкинлеге бик күп тапҡырҙарға арта.

Тирә-яҡ мөхиттең бысраныуы ла организм өсөн эҙһеҙ үтмәй. Хәҙерге ваҡытта кисерелгән стрестарҙы ла яман шеш ауырыуына килтереүсе сәбәптәрҙең береһе итеп ҡарайҙар. Татлы һәм ыҫланған ризыҡтар күп ҡулланырға ярамай. Колбаса, сосиска кеүек ит аҙыҡтарын майһыҙ иткә алмаштырыу эсәк рагы менән ауырыу осрағын - 20, газлы татлы һыу, составында рафинадланған шәкәр булған ризыҡтар ҡулланмау ашҡаҙан аҫты биҙе шешен 87 процентҡа кәметә. Артыҡ ауырлыҡ та сиргә этәреүсе сәбәп булып тора. Йәш артҡан һайын кеше организмындағы ДНК-ла мутациялар һаны күбәйә, уларҙың ҡайһы бер өлөшө яман шеште барлыҡҡа килтерә.

Организмдағы бәләкәй генә тайпылыштарҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырырға түгел. Сөнки яман шеште «телһеҙ ауырыу» тип йөрөтәләр. Ул оҙаҡ ваҡыт үҙен һиҙҙертмәҫкә мөмкин, башланғыс осорҙа бигерәк тә.

Әлбиттә, яман шеш ул - фажиғә. Уға юлыҡмаҫ өсөн сәләмәт тормош рәүеше алып барырға, йәшелсә, еләк-емеш ашарға, иң мөһиме, ваҡытында табипҡа барып, тикшереү үтеп торорға кәңәш ителә. Һәр ваҡыт шат күңел менән йылмайып йөрөргә, оптимист булырға кәрәк.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дауаханаға ауырыуҙар һуңлап мөрәжәғәт итә. Был осраҡта һауығыуға, әлбиттә, өмөт ҙур булмай. Үҙ һаулығығыҙға битараф булмағыҙ.

Ҡасандыр был ауырыу үлем ҡарары кеүек иҫәпләнә ине. Әммә белгестәр фекеренсә, һуңламай мөрәжәғәт иткәндә, уңышлы дауаланып була. Медицина йылдан-йыл үҫешә, һәм был зәһәр сирҙән ҡасан да булһа вакцина йәки башҡа саралар уйлап табылырына ышанғы килә. Һау-сәләмәт булығыҙ!

***

Онкологтар мәғлүмәттәренә ярашлы, ямаш шеште иртә стадияла дауалаған осраҡта иҫән ҡалыуҙың 10 йыллыҡ күрһәткесе 95% һәм унан күберәк буласаҡ.

Күптән түгел республиканың киң мәғлүмәт сараларында яман шеште иртә асыҡлаған табиптарға премия тапшырыла тигән мәғлүмәт баҫылды. Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика йортонда үткән «Сәләмәтлек» сәғәтендә медицина белгестәрен дәртләндереү ысулын булдырырға ҡушты. Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы премиялар күләмен иҫәпләй. Радий Хәбиров белдереүенсә, был алым онкологиянан вафат булыусыларҙың һанын кәметергә мөмкинлек бирә, шулай уҡ табиптарҙың матди килемен арттырасаҡ.

Район дауаханаһының медицина профилактикаһы кабинеты.



Читайте нас: