Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
29 Ғинуар 2019, 12:16

Хәрәкәттә - бәрәкәт

Йылдан-йыл күберәк кеше сәләмәт йәшәү рәүешен һәм әүҙем йәшәүҙе тормош принцибы итеп һайлай. Һуңғы ваҡытта өлкән быуын активлашты. Хаҡлы ялға сыҡҡас, улар физик торошона иғтибар бирә башланы. Кемдер скандинав йөрөүе, кемдер йөҙөү менән шөғөлләнә башланы. Уларға ҡарап, ниндәй шәп, әүҙем булырға көс һәм теләк табалар тип уйлайһың.

Ун йыл самаһы Стәрлебаш ауылында сәләмәтлек өсөн файҙалы фитнес менән шөғөлләнеү түңәрәге эшләй. Ҡатын-ҡыҙҙар аҙнаһына ике тапҡыр бергә йыйылып, дуҫтарса мөхиттә күнекмәләр яһай, сәләмәтлеген нығыта һәм кәйефтәрен күтәрә.

Занятиеларҙы бик әүҙем ханым - Рәмзиә Ғәлимова алып бара. Ул төрлө яҡлап талантлы ҡатын: моңло йырлай, шиғырҙар яҙа, спорт менән дә дуҫ. Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуып үҫкән ҡыҙ бала сағында гимнастика менән шөғөлләнә. Рәмзиә Абдрахман ҡыҙы йәш күренә: йөҙөнән йылмайыу китмәгән зифа буйлы ҡатын еңел генә атлап йөрөй.

- Минең сәләмәтлегемә бәйле ҡайһы бер проблемаларым бар тиеүгә күптәр ышанмай ҙа, - ти ул. - Бер нисә операция үткәрҙем, астма менән яфаланам. Әммә физкультура ярҙамында үҙемде яҡшы хис итәм тип ышаныслы әйтә алам. «Тормош - хәрәкәт ул!», тип ҡабатлауҙан туҡтамайым. Һәм был, ысынлап та, шулай.

Р.Ғәлимова үҙ төркөмө өсөн махсус күнекмәләр комплексы әҙерләгән. Күнекмәне ҡул -аяҡтарҙы һелкетеү, алға эйелеү, төрлө хәрәкәттән башлайҙар, дөйөм алғанда, быуын һәм мускулдарҙы яҙалар. Артабан ауырыраҡ күнекмәләр башлана. Уларҙың һәр ҡайһыһының атамалары бар: «кәмә», «ҡайсы», «күбәләк» һ.б. Шул уҡ ваҡытта Рәмзиә Абдрахман ҡыҙы ниндәй органдарға: буй-һынға, арҡа һөйәгенә, ҡан әйләнешенә һәм хатта аш һеңдереү системаһына теге йәки был күнекмәләр ыңғай тәьҫир итеүен аңлата!

Әйткәндәй, фитнестың файҙаһы тураһында ҡатын-ҡыҙҙар ишетеп кенә белмәй. Ҡатындарҙың бөтәһе лә тиерлек фитнес менән шөғөлләнә башлағандан алып (кемдер иртәрәк, кемдер һуңыраҡ) үҙҙәренең дөйөм физик торошо күҙгә күренеп яҡшырыуын билдәләне.

- Спорт менән шөғөлләнеү йәштәргә лә, өлкәндәргә лә бер үк файҙалы. Спорт сәләмәтлекте нығыта, кәйефте күтәрә, - ти фитнес-күнекмәләргә даими йөрөгән Сәриә Туҡтарова. - Ҡышын ирем менән саңғыла йөрөйбөҙ. Алыҫ барырға кәрәкмәй - өйөбөҙ эргәһендә баҫыу бар, шунда юл һалдыҡ. Саңғыла йөрөгәндә лә, фитнес менән шөғөлләнгәндәге кеүек үк, кинәнес алам.

Уның менән бергә фитнес менән шөғөлләнеүсе Дилбәр Мусина күнекмәләргә етди ҡарай. Ул өс йыл самаһы шөғөлләнә. Сәләмәтлек дәрестәрен ҡалдырмаҫҡа тырыша. «Фитнес көс һәм дәрт бирә», ти ул. Күптән түгел был төркөмгә Әлфинур Әхмәҙиева ҡушылған. Воркута ҡалаһынан Стәрлебашҡа күсеп килгән, хаҡлы ялға сыҡҡансы табип-гинеколог булып эшләгән. Спорт уның өсөн тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшө. Ул - саңғысы. Ғүмер буйына саңғыла күпме километр үткәндер - иҫәпләмәгән.

- Ирем менән әле лә саңғы базаһына йыш барабыҙ. Ул да спортты ярата. Һәр ваҡыт әүҙем ял итергә тырышабыҙ. Спорт менән шөғөлләнеү организмға ҙур файҙа килтерә тип уйлайым. Күптәрҙең ошо ябай хәҡиҡәтте аңлағанына шатмын, - тине 55 йәшен тултырған һәм хаҡлы ялда тип мине аптыратҡан әңгәмәсем!

Мәктәптә үк Розалия Ибәтуллина өсөн физкультура иң яратҡан дәресе була. Бер район ярышы ла унһыҙ үтмәй. Ул - йүгереүсе, саңғысы һәм алдынғы ҡарашлы ҡатын да.

- Йәйәү йөрөргә тырышам. Һуңғы ваҡытта скандинав йөрөүе менән мауығам. Ул ниндәйҙер етди физик көсөргәнеш талап итмәй. Ҡулыңа таяҡ тотаһың да - алға!

Скандинав йөрөүе ваҡытында яҡынса 90%, ә ябай атлап йөрөгәндә - 60% ҡына мускул хәрәкәт итеүе билдәле. Тимәк, скандинав йөрөүе ябай ғына атлап йөрөгәнгә ҡарағанда күпкә файҙалыраҡ.

Әнфисә Нәжмиева һәм Фәриҙә Әхмәҙиева байтаҡ йылдар Тобольск ҡалаһында йәшәгән. Береһе кондитер, икенсеһе - нефтехимия комбинатында диспетчер булып эшләй. Улар Рәмзиә Абдрахман ҡыҙының төркөм булдырыуынан бик ҡәнәғәт. Бында ҡатын-ҡыҙҙар физкультура менән шөғөлләнеүҙән тыш, аралашыу мөмкинлегенә лә эйә. Сөнки күптәр коллективта эшләй, ваҡиғалар уртаһында ҡайнай, ә хаҡлы ялға сыҡҡас аралашыу кәмей. Шуға күрә, улар иҫәпләүенсә, аралашыу һәм ошондай осрашыуҙар күңел торошона ыңғай тәьҫир итә.

Фатима Ғәзизуллина был көндө Розалия Ибәтуллинаның саҡырыуы буйынса беренсе тапҡыр килә. Ул банк хеҙмәткәре, эше гел ултырып эшләй торғандарҙан була. Һәм бына, хаҡлы ялға сыҡҡас бер аҙ сәләмәтлеген хәстәрләргә - күберәк хәрәкәт итергә ҡарар итә.

Занятиелар «Стәрле» спорт-һауыҡтырыу комплексында үтә. Бинала бер аҙ һалҡынса.

- Был хатта беҙҙең өсөн яҡшы ла. Һауа һалҡынса булғанда тын алыуы күпкә еңелерәк, - тиҙәр ҡатындар. Әүҙем фитнестан һуң теләгән һәр кем бассейнда рәхәтләнеп йөҙә. Минең бер нисә әңгәмәсем әйтеүенсә, улар ваҡыты-ваҡыты менән мунсанан һуң ҡар менән ышҡына, әйткәндәй, был да файҙалы процедура. Элекке медицина хеҙмәткәре булараҡ, Рәмзиә Ғәлимова ҡайһы саҡ дөрөҫ туҡланыуға бәйле үҙ тәҡдимдәрен бирә.

Занятиелар яҙға тиклем дауам итә.

- Артабан һәр кем баҡсала фитнес менән шөғөлләнә, - тип шаярта ҡатындар. - Иң мөһиме, өйҙә бойоғоп ультырмаҫҡа!

Фаягөл ЙОСОПОВА. Автор фотолары.


Читайте нас: