Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
25 Ғинуар 2019, 13:41

Фельдшер-акушерлыҡ пункттары яңырҙы!!!!!!

Ваҡыт бик тиҙ үтә. Әле генә яңы йылды билдәләгән кеүек инек, 2019 йылдың тәүге айы тамамланып та килә. Баҡһаң, яңы йыл каникулында барыһы ла күңел асып ҡалмаған. Шулай итеп, райондың бихисап фельдшер-акушерлыҡ пункттары (ФАП) хеҙмәткәрҙәре дәррәү эшләгән. Эш көндәрендә пациенттарға уңайһыҙлыҡтар булдырмаҫ өсөн, ә беҙ барыбыҙ ҙа белеүебеҙсә, яңы йыл байрамдарынан һуң медицина учреждениеларында айырыуса кеше күп була, улар үҙ ФАПтарында ремонт эшләгән.

- Барлығы районда 27 фельдшер-акушерлыҡ пункты бар, - тип һөйләй Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илшат Яппаров. - Шуларҙың 26һы эшләй. Яңы йыл каникулы ваҡытында медицина хеҙмәткәрҙәре 16һында үҙ көстәре менән ремонт эштәре башҡарҙы. Иҙән, тәҙрә рамдарын, тәҙрә төптәрен, йылытыу батареяларын буяны, стеналарҙы ағартты. Ә һуңынан - таҙалыҡ һәм тәртип булдырҙы. Был эштәргә аҡса үҙәк район дауаханаһы бюджетынан бүленде. Һәм байрамдан һуң пациенттарҙы яңыртылған ФАПтар ҡаршы алды.

Илшат Иншар улы Баҡый фельдшер-акушерлыҡ пунктында башҡарылған эштәрҙе айырыуса билдәләп үтте, һәм унда ябай ремонт ҡына түгел, ә бинаның яртыһында капиталь ремонт яһағандар: иҫке обойҙарҙы алып, стеналарҙы штукатурлап, һуңынан колер ҡушып ағартҡандар. Хәҙер улар асыҡ йәшел төҫтә. Электр үткәргесте алмаштырғандар, түшәмде яңыртҡандар, коридор иҙәнен буяғандар, ә кабинеттарҙа линолеум түшәгәндәр. Һәм ФАП күҙгә күренеп матурланған.

- Бина ауыл биләмәһе милкенә ҡарай һәм беҙ ауыл халҡының ниндәй шарттарҙа дауаланыуына һәм сәләмәтлеген нығытыуына битараф түгел, - тип һөйләй Баҡый ауыл биләмәһе башлығы Фәнүр Вәлишин. - Ауыл билмәһендә байтаҡ кеше йәшәй, уларҙың барыһының да район үҙәгенә дауаланырға барыр өсөн мөмкинлеге юҡ. Һәм бының кәрәге лә бик юҡ. Беҙҙә үҙ бурыстарын еренә еткереп башҡарған һәйбәт медицина хеҙмәткәрҙәре эшләй. Укол да яһайҙар, сөнки улар үҙ пациенттарын, кемдең нимә менән сирләүен яҡшы белә.

Уның һүҙҙәре буйынса, ремонт өсөн урындағы ауыл биләмәһе бюджетынан 150 мең һум, район бюджетынан - 50 мең һум аҡса бүленгән. Ремонт эштәре 10 декабрҙә башланған һәм байрам алдынан, 29 декабрҙә тамамланған.

Ремонт эштәрен Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Ишбулды Харисов етәкселегендәге төҙөлөш бригадаһы бик бөхтә һәм сифатлы башҡарған. Эш тамамланғандан һуң, урындағы медицина хеҙмәткәрҙәре Нурия Вәлишина менән Гөлдәр Яппарова бында барыһын да тәртипкә килтереп, иҙәнде буяған. Бының өсөн буяҙы Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһы хакимиәте бүлгән. Ремонттан һуң ФАП, уның мөдире һүҙҙәре буйынса, бик ныҡ үҙгәргән. Уларға бында эшкә, ә сирлеләргә ҡабул итеүгә һәм процедураларға килеү күңелле.

***

Илшат Иншар улы һүҙҙәре буйынса, бөгөнгө көндә райондағы 10 ФАПҡа капиталь ремонт талап ителә. Унда медицина хеҙмәткәрҙәре бар, әммә хеҙмәт шарттарын яҡшыртырға кәрәк. Түбәнге Ибрай ауылында хәл бөтөнләй башҡаса. Ауылда фельдшер-акушерлыҡ пункты һәйбәт торошта, әммә медицина хеҙмәткәре юҡ.

- Беҙ БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығына Айҙарәле ауылындағы кеүек 10 модулле ФАП алыуға заявка йүнәлттек, - тип дауам итте ул. - Әгәр беҙгә улар бүленһә, иҫке биналарҙа капиталь ремонт яһауҙың кәрәге булмаясаҡ. Сөнки иҫкене төҙәткәнсе, яңыны төҙөһәң еңелерәк бит. Был район халҡы сәләмәтлеген һаҡлау эшендә шаҡтай ҙур ярҙам булыр ине.

Был йүнәлештә тағы нимәләр эшләнә тигән һорауыма, күптән түгел генә республика бюджеты иҫәбенә «Ашығыс ярҙам» бүлеге өсөн сирлеләргә ярҙам күрһәтеү буйынса кәрәкле ҡоролмалары булған яңы тулы приводлы «Соболь» автомашинаһы алынды, тип яуап бирҙе ул. Ошо көндәрҙә тағы ла ошондай уҡ техника ҡайтарылыуын көтәләр. Һәм шулай уҡ Һаулыҡ һаҡлау министрлығына УЗИ, ФГС-аппараты һәм лаборатория - гематологик анализатор өсөн ҡоролма алыу өсөн заявка ебәрелгән.

Табиптар фекеренсә, диспансерлаштырыу, кешеләр сәләмәтлеген һаҡлап ҡалыу эшендә сирҙәрҙе асыҡларға ярҙам иткән һөҙөмтәле ысулдарҙың береһе булып тора. Һәм ни тиклем иртәрәк, шул тиклем яҡшыраҡ. Был осраҡта сиргә артабан аҙырға мөмкинлек бирмәйенсә, уны тулыһынса дауалау мөмкинлеге бар. Был турала хәтергә төшөрөп, райондың медицина хеҙмәткәрҙәре ауыл халҡын диспансерлаштырыу 100% булһын өсөн ҡулдарынан килгәнсе барыһын да эшләй. Мәҫәлән, 2018 йылдағы кеүек. Унда дүрт мең тирәһе кеше тикшерелгән. Шуларҙың 621ендә (15,8%) сир асыҡланған (2017 йылда 555 (14,1%) тәшкил иткән). Шул иҫәптән 194ендә (31,2%) - ҡан әйләнеше системаһы, 86һында (8,2%) - аш һеңдереү органдары, 128 (20,6%) бәүел-енес, 33 (5,3%) - эндокрин системалары, 24 (3,8%) ҡан ауырыуҙары, туғыҙ (1,7%) - яңы барлыҡҡа килгән сирҙәр һ.б.

Әлеге эш 2019 йылда яңы йыл байрамдарын һуң башланды һәм йыл аҙағына тиклем дауам итәсәк. Тимәк, күп сирҙәр иртә стадияла асыҡланһа, уларҙы иртәрәк дауаларға мөмкин. Һәм был район халҡының һауығыуына булышлыҡ итәсәк.

Үҙәк район дауаханаһы етәкселеге районға яңы кадрҙарҙы йәлеп итеү тураһында ла уйлай. Шулай итеп, Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары менән осрашыуҙан тыш, уҙған йыл аҙағында үҙәк район дауаханаһы етәкселеге тарафынан бик күп яҡташтарыбыҙ белем алған Салауат медицина колледжы студенттары менән осрашыу булған. Ағымдағы йылда уны беҙҙең райондан өс кеше тамамлай. Уларҙың барыһы ла үҙәк район дауаханаһында практика үтәсәк. Улар диплом алғас, Илшат Иншар улы, йәш белгестәр даими эшкә тыуған ерҙәренә ҡайтыр тип ышана. Бер һүҙ менән әйткәндә, ауыл халҡы һаулығын һаҡлау буйынса ыңғай һәм кире яҡтар ҙа бар. Әммә, күреүебеҙсә, улар мөмкин булғанса хәл ителә.


И.И.Яппаров, үҙәк район дауаханаһы баш табибы: «Беҙ республикала тәүгеләрҙән булып ауыл халҡына уңайлы булһын өсөн ял көнөндә диспансеризация үтеүҙе практикаға индерҙек. Уны 2018 йылда практикаланыҡ, был эште киләсәктә лә дауам итәсәкбеҙ. Беренсе диспансеризация 2019 йылда ял көнөндә 2 февралдә буласаҡ».


Рәйсә МУСИНА.

Фотолар Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһы

сайтынан алынды.
Читайте нас: