Рузилә Ҡарағош ауылының хөрмәтле кешеләре - Зөлфирә һәм Нурулла Фәрхшатовтарҙың ғаиләһендә дүртенсе бала булып яҡты донъяға килә. Атаһы - билдәле механизатор, әсәһе лә колхозда эшләй, нигеҙҙә, фермала. Бер һүҙ менән әйткәндә, ирле-ҡатынлы тырышлыҡтары һәм барыһын да еренә еткереп эшләүҙәре менән дан тота. Фәрхшатовтарҙың биш балаһы ла яҡшы сифаттарҙы, холоҡ үҙенсәлектәрен ата-әсәһенән алған.
«Кем булырға?» тигән һорау менән бирелә ҡыҙ урта мәктәпте тамамлағандан һуң.
- Туғаным, медицинаға бар - эшең дә булыр, хөрмәт тә итерҙәр, - ти шул саҡта медицина институтында уҡып йөрөгән апаһы Минзәлә.
«Ысынлап та, кешене дауалауҙан да шәфҡәтлерәк һөнәр бармы икән?» - тип килешә ул уның һүҙҙәре менән һәм медицина училищеһының акушерлыҡ бүлегенә уҡырға инә.
Шулай итеп, әхирәте менән Ҡуғанаҡбашҡа барған ҡыҙ ауыл егете Рауил Синәғолов менән таныша. Дуҫлашып йөрөй башлайҙар, һуңынан улар араһында мөхәббәт уты ҡабына. Һикһән һигеҙ йылдың февраль айында туй эшләйҙәр. Барыһы ла яҡшы бара, эшкә урынлашыу мәсьәләһе лә ыңғай хәл ителә - шул ваҡытта ауыл фельдшер-акушерлыҡ пунктына акушерка талап ителә. Эшкә бер ҡыйынлыҡһыҙ өйрәнә. Ауыл халҡы менән дә, хеҙмәттәше Минзәлә Ғәлиева менән дә уртаҡ тел таба. Улар бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, ярҙам итеп, иңгә-иң терәшеп оҙаҡ йылдар эшләй.
Ауыл ерендә, билдәле булыуынса, төп эштән башҡа, ҡатын-ҡыҙҙың өй мәшәҡәттәре бихисап. Рузилә Нурулла ҡыҙы һәр саҡ хәстәрлекле ҡатын, әсәй, ҡәйнәһе өсөн яҡшы килен дә була, был һәр кемдең ҡулынан килмәй.
Медицина өлкәһендә уның дөйөм хеҙмәт стажы - 35 йыл. Шуларҙың 30ы - Ҡуғанаҡбашта. Ошо йылдар дауамында ул буласаҡ әсәйҙәр, һуңынан яңы тыуған сабыйҙар сәләмәтлеге һағында тора.
- Йылына 20 бала тыуа ине. Билдәле йәшкә тиклем мин уларҙы өйҙәренә барып тикшерә торғайным, ә айына бер тапҡыр уларға прививка яһатыр, тикшерер, үлсәр, картаһын тултырыр өсөн ФАПҡа килтерәләр ине. Барыһына ла нисек өлгөргәнмендер - белмәйем, - тип ғәжәпләнә ул. Билдәле булыуынса, аҡ халатты сисеп элеп, ишекте бикләп ҡайтып киткәс тә медик эше тамамланмай. Ауырлы ҡатындарҙы һәм сирле балаларҙы ниндәй һауа торошо, көн тәүлеге булыуға ҡарамаҫтан, нисә тапҡыр район үҙәгенә илтергә кәрәк булыуын хәҙер хәтерләп тә бөтөп булмай.
Ғаиләлә уның эшенә аңлау менән ҡарайҙар. Синәғоловтар ике бала тәрбиәләп үҫтерә. Улдары Рөстәм Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлағандан һуң «Сургутнефтегаз» нефть компанияһында өлкән механик булып эшләй. Тормош иптәше Алина менән ҡыҙ һәм ул тәрбиәләйҙәр. Ҡыҙҙары Раушания Өфөлә йәшәй һәм эшләй.
Рузилә Нурулла ҡыҙы быйыл яҙын хаҡлы ялға сыҡҡан. Хәҙер уның үҙе һәм ғаиләһе өсөн ваҡыты күп: балаларына, ейәнсәрен һәм ейәнен тәрбиәләргә ярҙам итә, хужалыҡ, баҡса бик күп ваҡытты ала, ауыл ерендә уларһыҙ йәшәү мөмкин түгел! Шуға ҡарамаҫтан, ял итеп, сәйәхәт ҡылыр өсөн дә ваҡыт табалар. Тормош иптәше менән Сочиҙа була, сентябрҙә ейәнсәрҙәре Самираны 1 класҡа оҙатыр өсөн улы һәм килененә ҡунаҡҡа барып ҡайталар. Ошо мөләйем ҡатын тирәләй тормош бихисап шатлыҡлы мәлдәргә һәм ваҡиғаларға тула! Ә улар киләсәктә күпме буласаҡ әле! Сөнки тормошта, юғалтыуҙар һәм уңышһыҙлыҡтарға ҡарағанда бәхетле мәлдәр күберәк бит. Ул, мәҡәлә геройыбыҙ фекере буйынса - яҡындарыңдың шат йылмайыуында,уларҙың ярҙамында һәм һөйөүендә сағыла, ә иң мөһиме - өс тиҫтә йыл дауамында кешеләргә яҡшылыҡ эшләү, тырышлығың һәм оҫталығың менән ауылдаштар араһында хөрмәт һәм дан ҡаҙаныу, уларҙан меңләгән «Рәхмәт» һүҙҙәре ишетеү!
Фаягөл ЙОСОПОВА. Фото ғаилә альбомынан.