Үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре Стәрлетамаҡ медицина колледжы ирекмәндәре менән берлектә Ҡуғанаҡбаш фельдшер-акушерлыҡ пунктында «Ауылға - изгелек» акцияһы үткәрҙе. Был көндө унда сәләмәт йәшәү рәүешенә бағышланған әңгәмәлә ҡатнашыр өсөн пациенттар йыйылды. Уны гигиена тәрбиәһе инструкторы Вәлимә Кинйәбаева әҙерләне. Әңгәмә бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булды. Тыңлаусылар һорау биреп, уларға тулы яуап ала алды.
Табип-терапевт Алина Байсыуаҡова йоғошһоҙ сирҙәрҙе профилактикалау, уларҙың барлыҡҡа килеү факторҙары буйынса консультация үткәрҙе, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу өсөн кәңәштәр бирҙе. Һуңынан ирекмәндәр фельдшер-акушерлыҡ пунктына ярҙам күрһәтеп, ихатаны буяны. Үҙәк район дауаханаһының хужалыҡ бүлеге начальнигы Радмир Фәйрузов уларҙы кәрәкле инвентарь менән тәьмин итте. Урындағы медицина хеҙмәткәрҙәре ремонт эштәре үткәргәндә ярҙамы өсөн Ленин исемендәге хужалыҡ рәйесе Юрис Синәғоловҡа рәхмәт белдерҙе. Үҙ хәбәрсебеҙ. Фото
Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһы сайтынан алынды.