Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
28 Сентябрь 2018, 14:40

Юғары ҡан баҫымы тураһында нимә белергә кәрәк?

Рәсәйҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда, һәр икенсенең үлеменә йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары сәбәпсе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ал-ялһыҙ тибеп, йәшәүебеҙҙе тәьмин иткән йөрәктең ҡәҙерен белмәйбеҙ, һис йәлләүһеҙ туҙҙырабыҙ. Үҙеңде, яҡындарыңды йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан нисек һаҡларға?

«Шым үлтереүсе» – хәҙерге замандың иң таралған ауырыуҙарҙың береһе булған юғары ҡан баҫымын шулай тип атайҙар. Рәсәйҙә һәр өсөнсө кеше был сиргә дусар, әммә күптәр үҙҙәре был хаҡта белмәй. Алтмышты үткән һәр икенсе кешенең ҡан баҫымы күтәренке. Шуларҙың өстән бере дауалана, ә һөҙөмтәле дауа алыусылар 8 - 10% ҡына.

Гипертония йөрәккә, мейегә ҡан һауыуға, йөрәк, бөйөр эшмәкәрлеге боҙолоуға килтереүе менән ҡурҡыныс.

Баш ауыртыуы, эске көсөргәнеш, эшкә һәләтлелек кәмеүе, йөрәк тулауы, уның тәңгәлендә ауыртыу, ҡолаҡ шаулауы, хәтер насарайыуы – юғары ҡан баҫымының ошо һәм башҡа билдәләре ғәҙәти арыуҙы хәтерләтә һәм ял иткәндән һуң үтә торған. Әммә быға шатланырға түгел. Юғары ҡан баҫымы шуның менән мәкерле лә инде: баштараҡ уны кеше йыш ҡына еңел үткәрә, ләкин сир аҫтыртын ғына бөтә организмды ҡыйрата.

Ҡан баҫымы күтәренке булғанда тамырҙар ҡыҫыла, был ҡан әйләнешен, ағзалар һәм туҡымаларҙың кислород менән туйыныуын ҡыйынлаштыра. Бигерәк тә мейе туҡымалары кислородҡа ҡытлыҡ кисерә.

Юғары ҡан баҫымынан тулыһынса дауаланып булмай. Әммә даими үлсәп тороп, төшөрөү сараһын күргәндә, өҙлөгөүҙәрҙе булдырмаҫҡа мөмкин. Нормалағы күрһәткес: 120/80 – 139/89 мм. Бөгөн тамырҙарға, баш мейеһенә, йөрәккә, бөйөргә ыңғай йоғонто яһаусы дарыуҙар бик күп. Килешкән препарат һәм уның миҡдары, ауырыуҙы ентекле тикшергәндән һуң, шәхсән билдәләнә. Иң мөһиме – дауаланыуҙы өҙмәү.

Ҡан баҫымы нисек ашауыбыҙға бәйле. Көндәлек ашауҙы дөрөҫ яйға һалыу ҡан баҫымын 5–15 берәмеккә төшөрөргә ярҙам итә. Ә ҡан баҫымын 5 берәмеккә кәметеү ҙә инсульт хәүефен 38 процентҡа, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан үлем ҡурҡынысын 21 процентҡа кәметә!

Иң беренсе сиратта тоҙ ҡулланыуҙы сикләргә кәрәк, сөнки тоҙ организмда һыуҙы туплай. Бер үк ваҡытта шыйыҡлыҡты бер ни тиклем кәметеү фарыз: беренсе аштарҙы ла иҫәпкә алһаң, тәүлегенә 1,5 литрҙан артмаҫҡа тейеш. Тоҙ, беренсе, икенсе аштарға һалынғанын да индереп, көнөнә йәмғеһе 4-5 грамдан (бер сәй ҡалағы) күп булмаһын. Әсе ризыҡ яратаһығыҙ икән, тоҙ урынына күберәк тәмләткестәр ҡулланығыҙ. Тик әҙер ҡушымталар түгел, айырым тәмләткестәр – лавр япрағы, шафран, ҡәнәфер, укроп, кориандр, орегано, мускат сәтләүеге, лимон һуты файҙаланырға тырышығыҙ. Ә бына сей һуған, ҡыҙыл һәм ҡара борос, гәрсис, керәндән ҡан баҫымы һикереүе ихтимал.

Шулай уҡ даими ҡаты сәй (йәшел сәйҙең дә ҡатыһын), ҡәһүә, какао эсеү, ҡаҡланған һәм ыҫланған ризыҡтар ашау, алкоголь эсемлектәр менән мауығыу ҙа ҡан баҫымын күтәрә.

Был сиргә дусар кешенең өҫтәлен төрләндереү мөһим, унда углевод, аҡһым, майҙар етерлек булырға тейеш. Бигерәк тә ҡатмарлы углеводтарҙы арттырырға тырышығыҙ. Ҡатмарлы углеводтарға көрпә ҡушылған икмәк, һоло, арпа, ҡарабойҙай ярмаһы, бойҙай шытымдары, йәшелсә-емеш, яңы һыҡтырылған йәшелсә һәм емеш һуттары бай. Рафинадланған ризыҡтар – аҡ икмәк, макарон, дөгө, манный бутҡаһын, киреһенсә, кәметегеҙ. Крахмалға бай картуфты ла сикләү зарур.

Аҡһымлы аҙыҡтарҙан шыйыҡ һөткә һәм һөт ризыҡтарына, һимеҙ булмаған башмаҡ йәки ҡош итенә, майлы балыҡҡа өҫтөнлөк бирегеҙ. Итте, балыҡты ҡыҙҙырып түгел, һыуҙа бешереп, томалап, парҙа, грилдә әҙерләгеҙ. Атеросклероздан һаҡланыу өсөн мал майҙарынан, «йәшерен май», «йәшерен тоҙ» менән тулы колбаса, консерва, гамбургерҙарҙан баш тартығыҙ. Үҫемлек майҙарын – зәйтүн, көнбағыш майын тотоноғоҙ.

Калийға, магнийға бай ризыҡтар йөрәк мускулын нығыта. Калий бананда, кәбеҫтәлә, күрәгәлә, ҡара емештә, йөҙөмдә мул булһа, магний әстрхан сәтләүегендә, кишер менән сөгөлдөрҙә, ярмаларҙа күп.

Эльвира ЙЫҺАНШИНА,

үҙәк район дауаханаһының

табип-кардиологы.


Читайте нас: