«Ынйы» сауҙа-сервис үҙәге алдындағы майҙанда йыйылыусылар балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренерҙары артынан ябай күнегеүҙәрҙе ҡабатланы. Сөнки медицина хеҙмәткәрҙәре иҫбатлауынса, йөрәк-ҡан тамырҙары сирен профилактикалау өсөн көн һайын 10 минут зарядка ла етә. Һәр кем йөрәген үҙе хәстәрләргә тейеш. Һаулығығыҙға бер аҙ иғтибар итегеҙ - физкультура менән шөғөлләнегеҙ, шунда ғына йөрәгегеҙ ныҡ булыр, һәр күнегеүҙән алған энергия көн дауамына етер!