Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
11 Сентябрь 2018, 12:06

Ни өсөн вакцинация кәрәк?

Көҙҙән ҡышҡа күскән осорҙа ололар араһында ла, балаларҙа ла төрлө киҙеүҙәр көсәйә. Уларҙы кәметеү өсөн ни эшләргә? Медицина хеҙмәткәрҙәре тәҡдим иткән саралар араһында вакцинация мөһим урын алып тора.

Йыл һайын үткәрелгән иммунизацияның йоғонтололоғон анализлау күрһәтеүенсә, грипп осрағында кешеләр хеҙмәткә яраҡһыҙлыҡ буйынса башҡа сирҙәргә ҡарағанда оҙағыраҡ бюллетендә була. Ә ауырып китеүселәрҙең барыһы ла грипҡа ҡаршы прививка эшләтмәгән булып сыға. Ошо үҙе үк вакцинацияның файҙаһы хаҡында һөйләй. Башҡортостанда бер нисә йыл инде үҙебеҙҙә етештерелгән «Гриппол» вакцинаһы ҡулланыла. Ул үҙенең юғары йоғонтоло һәм хәүефһеҙ булыуы менән танылды.

Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән яфаланған һәм иммунитеты түбәнәйгән балаларға һәм оло кешеләргә грипҡа ҡаршы вакцинация эшләргә ярамай тигән фекер йәшәп килә. Киреһенсә, бындай осраҡта прививка эшләргә ярай ғына түгел, хатта мотлаҡ яһарға кәрәк! Ул хроник сирҙәрҙең киҫкенләшеүенә килтермәй, ә бына грипп һәм уның эҙемтәләре балалар һәм оло йәштәгеләр, шулай уҡ хроник сирҙәре арҡаһында иммунитеты түбәнәйгән кешеләр өсөн етди хәүеф менән янай. Һәм, әлбиттә, һөнәри эшмәкәрлеге буйынса күп кешеләр менән аралашҡан, тимәк, сир йоҡтороу хәүефенә нығыраҡ дусар булған һөнәр эйәләре - уҡытыусылар, тәрбиәселәр, һатыусылар, табиптар һәм башҡалар киҙеүгә ҡаршы прививканы мотлаҡ эшләтергә тейеш.

Грипҡа ҡаршы бушлай прививкалар мәктәпкәсә учреждениеларҙа тәрбиәләнеүсе сабыйҙарға, мәктәп уҡыусыларына, мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләүселәргә, 65 йәштән өлкәнерәк кешеләргә һәм башҡа ҡайһы бер граждандарға яһала.

Халыҡтың ҡалған өлөшө, йәшәгән урындары буйынса һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына килеп, киҙеүгә ҡаршы прививканы эшләтә ала. Бының өсөн район поликлиникаһының прививкалар кабинетына, ауылдарҙа фельдшер-акушерлыҡ пункттарына, амбулаторияларға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Алдан терапевта тикшереү үтеү мотлаҡ.

Бер генә дауалау йәки иҫкәртеү препараты ла сирҙән тулыһынса һаҡлай алмай. Әммә күп йыллыҡ күҙәтеүҙәр күрһәтеүенсә, прививка эшләткән кеше киҙеү эләктерһә лә, ул сирҙе еңел үткәрәсәк, ҡатмарлыҡтар ҙа булмаясаҡ. Йәғни вакцинация гриптың ауыр, хатта үлемгә килтергән ҡатмарлы формаларынан һаҡлай. Шуға күрә беҙҙең кәңәш бер - үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы хәүефкә дусар итмәйем тиһәгеҙ, иҫкәртеү прививкаларын ваҡытында яһатығыҙ.


Илгизәр ҒӘЛИЕВ, үҙәк район дауаханаһының эпидемиолог ярҙамсыһы.


10 сентябрҙән үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһында грипп һәм ОРВИға ҡаршы түләүһеҙ вакцинация башлана. Прививка эшләтергә теләгәндәр участка терапевтарына мөрәжәғәт итә ала.
Читайте нас: