Юғары синыф уҡыусыларының компьютер алдында ултырған ваҡыты – 2,5 сәғәттән, ә 11 – 13 йәштәгеләр өсөн – 1,5 сәғәт, 8 – 10 йәшлектәр өсөн бер сәғәттән дә артмаһын. Ә 7 – 8 йәштәгеләрҙе компьютер менән таныштырырға ла кәрәкмәй. Уларҙың күреү органдары һәм нервы системаһы әлегә компьютер менән «аралашыуға» әҙер түгел.
Тәҙрә аша алыҫтағы бер нөктәгә бер минут дауамында ҡарап торорға, шунан ошо уҡ ваҡытҡа күҙҙе йоморға һәм диаметры 5 мм булған ҡара түңәрәккә ҡарап торорға. Был күнегеүҙе бер нисә тапҡыр ҡабатларға. "Йәшлек".