«Ашығыс ярҙам» һорап мөрәжәғәт иткән кеше, ауырыуға дөрөҫ һәм сифатлы медицина ярҙамы күрһәтелһен өсөн, диспетчерҙың һорауҙарына аныҡ яуап бирергә тейеш. Медицина хеҙмәткәрҙәрен ҡаршы алыу ҙа мөһим. Шулай уҡ ишек алды, бүлмә яҡшы итеп яҡтыртылырға, йорт хайуандары бикләнергә, табипҡа ҡул йыуырға мөмкинлек бирелергә тейеш, таҙа таҫтамал элеп ҡуйырға кәрәк. Медицина ярҙамын тиҙ күрһәтеү һәм шәхси гигиена күҙлегенән сығып, бригаданың аяҡ кейемен сисеп инеүен талап итергә ярамай. Шулай уҡ «Ашығыс ярҙам» килеп етмәҫ элек, унан баш тартып булыуы хаҡында ла онотмағыҙ.
Әгәр ауырыуҙы дауаханаға алып барыу кәрәклеге булмаһа, табип уға кемгә мөрәжәғәт итергә кәрәклеген аңлатырға тейеш. Йыш ҡына кешеләр көндөҙ участка врачына барыр урынға, «Ашығыс ярҙам» бригадаһын саҡырта башлай.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, шылтыратыуҙы ҡабул иткән медицина хеҙмәткәренең һәм ярҙам һораусының диалогы яҙылып бара. Был аҙаҡтан төрлө хәл-ваҡиғаны асыҡлау өсөн файҙаланыла.
«Ашығыс ярҙам» кешеләрҙең шылтыратыуына ҡарап күрһәтелә. Әммә бәләгә тарыған (авария, йәрәхәтләнеү һ.б.), йәмәғәт урындарында, транспортта ҡапыл ауырып киткәндәргә, балаларға, ауырлы ҡатындарға медицина ярҙамы тәү сиратта ебәрелә. Өйҙөң һандары дөрөҫ күрһәтелмәү сәбәпле, табиптың ауырыу янына барып етә алмағаны өсөн «03» хеҙмәте яуап бирмәй.
«Ашығыс ярҙам» бригадаһы тәү медицина ярҙамы күрһәтә, әммә ул дауалау тәғәйенләмәй, иҫереү кимәлен билдәләү өсөн экспертиза үткәрмәй, дауахана ҡағыҙын бирмәй, суд-медицина һығымтаһын эшләмәй, онкологик ауырыуға дусар булыусыларға наркотик инъекциялар яһамай.
Ауырыуҙы оҙатып барыусыларҙың һаны «03» хеҙмәтенең табибы тарафынан билдәләнә. Бала менән мотлаҡ ата-әсә йәки тәрбиәсе бара. Түшәктә ятыусыларҙы машинаға һалырға ауырыуҙың яҡындары мотлаҡ ярҙам итергә тейеш.
«Ашығыс ярҙам»ды ялған саҡыртҡан өсөн административ штраф ҡаралған.
Граждандың ғүмере хәүеф аҫтында булғанда, «Ашығыс ярҙам» хеҙмәткәрҙәре яҡындағы дауаханаға барып етеү өсөн бушлай транспорт биреп тороуҙы талап итә ала. Әгәр транспорт хужаһы йәки вазифалы кеше бынан баш тартһа, ул закон алдында яуап тотасаҡ.
Киҫкен осраҡта кешеләрҙең дөрөҫ һәм аңлы эш итеүе яҡындарының ғүмерен һәм һаулығын һаҡлап ҡалыуы тураһында онотмағыҙ.