Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
14 Август 2018, 12:09

Әсә һөтөнә еткән ризыҡ юҡ

Үҙәк район дауаханаһының акушер-гинекология бүлеге һәм республиканың башҡа медицина учреждениелары Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы инициативаһы менән балаға әсә һөтө имеҙеүҙе хуплау һәм яҡлау маҡсатында, 1 августан 7 авгусҡа тиклем донъяның 170тән ашыу илендә уҙғарылған Бөтә донъя күкрәк һөтө менән туҡландырыу аҙналығын үткәреүгә ҡушылды. Сараның төп маҡсаты - ҡатын-ҡыҙҙарға күкрәк һөтө менән имеҙеүҙең бала сәләмәтлеге өсөн файҙалы булыуын төшөндөрөү. Яңы тыуған сабый өсөн төрлө үҙенсәлектәре буйынса баланың ағзаларына һәм туҡымаһына яҡын булған бөтә компоненттарға бай күкрәк һөтө иң ҡулай аҙыҡ булып тора һәм ул баланы төрлө сирҙәрҙән ышаныслы һаҡлай, тынысландыра. Әсә һөтө бик туҡлыҡлы, еңел үҙләштерелә, унда сабый организмына кәрәкле бөтә матдәләр ҙә бар.

Сабыйҙы имеҙеү баланы ашатыу ғына түгел, ә ҡатын-ҡыҙҙа әсәлек тойғоһон уятыусы психофизиологик процесс та ул. Имеҙеү әсә менән баланың үҙ-ара мөнәсәбәтен билдәләй, әсәгә баланың үҙенсәлектәрен, уның телен аңларға булышлыҡ итә, сабыйына ҡарата һөйөү уята. Бала имеҙеү ҡатын-ҡыҙҙың сәләмәтлегенә лә ыңғай тәьҫир итә: мастопатия, яман шеш, остеопороз кеүек сирҙәрҙе иҫкәртә. Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһының табип акушер-гинекологы Артур Байсыуаҡов ошо һәм маммологик сирҙәрҙән һаҡланыу тураһында һөйләне. Йөклөлөк буйынса иҫәптә торған ҡатын-ҡыҙҙар лекция тыңланы, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды. Уларҙың ҡайһы берҙәренең тәүге сабыйҙары тыуа, ә кемдеңдер ике йәки өс балаһы бар. Аралашыу форматында үткән йәнле осрашыуҙа акушеркалар Э.Рафиҡова, Г.Таюпова, Г.Мөхәмәтшина буласаҡ әсәйҙәргә дөрөҫ сабыйҙы дөрөҫ туҡландырыу серҙәрен аңлатты, һөттө һауыу, баланы түшкә дөрөҫ итеп яҡын килтереү буйынса мастер-кластар күрһәтте. Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла һөт биҙҙәрен үҙеңә тикшереү тураһында тематик брошюралар тараттылар.

Лиана ЙӘРМИЕВА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: