Ҡыҙылса вирусы организмға тын алыу юлы аша эләгә, унда үрсей, ҡанға үтеп инеп, төрлө органдарҙы: баҙам биҙҙәрен (миндалиналар), бауыр, үпкә, електе зарарлай.
Сир киҫкен респиратор вируслы инфекцияларға оҡшаш билдәләр менән (температура күтәрелеү, йүткереү, тымау, күҙҙән йәш ағыу) башлана. Был хәл ике-өс көн дауам итә: тәүҙә биттә, ҡолаҡ артында, һуңынан тотош тәндә ҡыҙыл сабыртма хасил була. Ҡыҙылса менән сирләгән кеше тирә-яҡтағыларға сабыртма барлыҡҡа килгәнсе дүрт һәм барлыҡҡа килгәс дүрт көн эсендә ауырыуҙы йоҡтороуы ихтимал.
Ҡыҙылса трахея, үпкә көпшәһе шешеүе, шулай уҡ мейе ҡатламы елкенһенеүе һәм пневмания төрөндә өҙлөгөүҙәр менән хәүефле. Ул мейенең зарарланыуы һөҙөмтәһендә ғүмерлек сиргә, һуҡырлыҡҡа һәм һаңғыраулыҡҡа килтереүе ихтимал.
Ҡыҙылса дауалауға ауыр бирелә. Уны дауалау өсөн махсус препарат юҡ. Антибиотиктарҙы өҙлөгөүҙәрҙе дауалау өсөн генә тәғәйенләйҙәр. Сирлеләргә витаминдарға бай туҡланырға (йәшелсә-емеш, һуттар), күп һыу эсергә кәрәк.
Ҡыҙамыҡ - тыумаған балаларҙы ла ғәрип иткән сир
Ҡыҙамыҡ, тәү сиратта, йөклө ҡатын-ҡыҙҙар өсөн хәүефле. Уның менән зарарланғанда вирус әсәнән ғоманға плацента аша йоға һәм унда бихисап етешһеҙлектәр, ә йөклөләрҙә аборт, баланың үле тыуыуы кеүек өҙлөгөүҙәр барлыҡҡа килә. Әсә ҡарынындағы баланың күреү, ишетеү, йөрәк, бауыр, һөйәк органдары зарарланыуы күҙәтелә. Һөҙөмтәлә, ул һуҡыр, һаңғырау, йөрәгендә кәмселектәр, аҡыл яғынан зәғиф булып тыуа.
Ҡыҙамыҡ киҫкен респиратор вируслы инфекцияларға оҡшаш ҙур әһәмиткә эйә булмаған симптомдар, ә 30-50% - клиник билдәһеҙ үтә. Тәүҙә биттә таптар барлыҡҡа килә, һуңынан тотош тәнгә күсә. Ҡыҙамыҡ менән сирләгәндә таптар ҡыҙылсалағы кеүек бик сағыу булмай.
Ҡайһы саҡта еңелсә ҡысыныу күҙәтелә. Сирле тирә-яҡтағыларға сабыртма барлыҡҡа килгәнсе ете һәм барлыҡҡа килгәс ете көн дауамында хәүеф менән янай. Йыш ҡына елкәләге лимфа биҙҙәрҙең шешеүе күҙәтелә.
Ҡыҙамыҡты дауалау өсөн махсус препарат юҡ. Сабыртма осоронда түшәк режимы зарур. Сирлегә витаминдарға бай туҡланыу, һыуҙы күп эсеүҙе тәьмин итергә кәрәк. Өҙлөгөүҙәр булһа ашығыс рәүештә дауаханаға мөрәжәғәт итергә.
Вакцинация - йоғошло сирҙәргә ҡаршы көрәштә иң отошло профилактик сараларҙан һанала. Прививкалар Милли профилактик прививкалар календарына ярашлы, медицина хеҙмәтләндереү урындары буйынса поликлиникала, мәктәпкәсә һәм белем биреү учреждениеларында бушлай яһала.
Ҡыҙылсаға ҡаршы вакцинация балаға 12 айҙа һәм мәктәп алдынан 6 йәштә, ә өлкәндәргә - 35 йәшкә тиклем яһала.
Ҡыҙамыҡҡа ҡаршы вакцинация балаларға 12 айҙа, ревакциянация - алты йәштә эшләнә. Прививка 15 йәшкә тиклем сирҙән һаҡланыуҙы тәьмин итә. Профилактик прививкалар календары ҡыҙамыҡ менән сирләмәгән һәм бер тапҡыр прививка яһалған 6 йәштән 17 йәшкә тиклемге балаларға, шулай уҡ быға тиклем сирләмәгән һәм привика яһалмаған 18 йәштән 25 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙарға вакцинацияны күҙ уңында тота. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ! Привикаларҙан баш тартып, һеҙ ауыр һәм өҙлөгөүҙәр менән үткән, ә ҡайһы саҡта үлем менән тамамланған ауырыуҙы һайлайһығыҙ.
Башҡортостанда ҡыҙылса менән сирләүҙең 12 раҫланған осрағы теркәлгән. Был мәғлүмәтте оператив кәңәшмә барышында баш ҡала башлығы Ирек Ялалов рәсми дәлилләне. Был ауырыуҙы йоҡтороусылар күберәк Өфөлә теркәлгән. Табиптар бөгөнгә 6 кешегә ошондай диагноз ҡуйған. Өфө районында - биш, ә Иглин районында вирусты йоҡтороусы бер сирле асыҡланған. Килеп тыуған хәл арҡаһында баш ҡалала айырым саралар ҙа күрелә. Эпидемиологик хәлде сикләү өсөн махсус программа ҡабул ителде. Был сир менән алты айҙан 12 йәшкә тиклем алты бала, һәм 26 йәштән 36 йәшкә тиклем алты өлкән кеше сирләгән.
Стәрлебаш районында һуңғы йылдарҙа ҡыҙылса һәм ҡыҙамыҡ менән сирләү осраҡтары теркәлмәгән, сөнки балаларға ошо йәһәттән вакцинация яһау 99% тәшкил итә.
Илгизәр ҒӘЛИЕВ, үҙәк район дауаханаһының эпидемиолог ярҙамсыһы.