Был Айҙарәле ауылы уртаһында профнастилдан йәшел ҡыйыҡлы, матур аҡ фельдшер-акушерлыҡ пункты бинаһы бик ҡыҫҡа ваҡытта, ярты йылда тиерлек ҡалҡып сыҡты. Уның асылыуын айҙарәлеләр күптән үк ҙур түҙемһеҙлек менән көтә. Һәм уларҙың хыялдары тормошҡа ашты. Уға нигеҙҙе декабрь айында һалалар, ә уҙған шәмбе көндө ауыл халҡына шул тиклем кәрәкле медицина учреждениеһы тантаналы асылды.
- Ауыл халҡының үтенесе буйынса яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктын төҙөргә булдыҡ, - тине уны тантаналы асыуҙа район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров. - Ауыл ситендә, автотрасса эргәһендә, урындағы ауыл мәҙәниәт йортоноң икенсе ҡатында урынлашҡан элеккеһе улар өсөн бик уңайһыҙ ине. Унда барыу, ә һуңынан баҫҡыстан менеү оло йәштәге һәм сирле кешеләргә еңел түгел. Быларҙың барыһы ла фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөү тураһында ҡарар ҡабул иткәндә хәл иткес булды. Өҫтәүенә, Айҙарәле, Артюховка, Ивановка, Родионовка ауылдары ингән ошо ауыл биләмәһендә халыҡ аҙ түгел - 758 кеше йәшәй.
Фәнүр Зөфәр улы ошо эшкә тос өлөш индергәндәрҙең барыһына ла, тәү сиратта, республика һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Бакировҡа, Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһы баш табибы Илшат Яппаровҡа, Айҙарәле ауыл биләмәһе башлығы Сабирйән Хәкимовҡа, электрсыларға, шулай уҡ бағыусылар - ҡыйыҡ һәм ихата өсөн профнастил биргән шәхси эшҡыуарҙар Дамир Солтанғәлиев һәм Зәки Сәғәҙиевтарға ҙур рәхмәт белдерҙе.
Ошондай әһәмиәтле ваҡиға хөрмәтенә Айҙарәлегә бихисап ҡәҙерле ҡунаҡтар килде. Улар араһында БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкиле, Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының баш табибы, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Ринат Нагаев, 1 һанлы Стәрлетамаҡ ҡала клиник дауаханаһы баш табибы, Стәрлетамаҡ медицина округы кураторы Азат Ҡорбанғәлиев, «Бәхетле ғаилә» граждандарҙы социаль яҡлау хәйриә фонды директоры Илдар Зәйнетдинов һәм башҡа рәсми шәхестәр булды.
Ҡунаҡсыл айҙарәлеләр уларҙы икмәк-тоҙ, ҡымыҙ һәм бауырһаҡ, «Балҡыш» ҡатын-ҡыҙҙар халыҡ вокаль ансамбле башҡарыуында моңло йырҙар менән ҡаршыланы.
- Бөгөн беҙҙең ауылда әһәмиәтле ваҡиға - фельдшер-акушерлыҡ пункты асыла. Тимәк, ауыл халҡына урында кәрәкле квалификациялы беренсе медицина ярҙамы күрһәтеләсәк. Бының өсөн барлыҡ тейешле ҡорамалдар бар, һәйбәт шарттар булдырылған, - тип билдәләне Ринат Йәүҙәт улы. - Барлығы республика программаһы буйынса уҙған йылда ете модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты һатып алынды. Шуларҙың береһе һеҙҙә ҡуйылды. Һеҙҙә тәжрибәле медицина хеҙмәткәрҙәренең булыуы һөйөнөслө, тимәк, ауыл халҡының һаулығы ышаныслы ҡулдарҙа. Һеҙҙең ФАП - бик яҡшы, шуға ҡарамаҫтан, сәләмәтлегегеҙ ныҡ булыуын һәм медицина хеҙмәткәрҙәренә һирәгерәк мөрәжәғәт итеүегеҙҙе теләйем.
Илдар Зәйнетдинов та ауыл халҡын әһәмиәтле ваҡиға менән ҡотланы. Артабан һүҙҙе ауыл биләмәһе башлығы Сабирйән Хәкимов алды, ул ошо шатлыҡлы ваҡиғаға ҡатнашлығы булғандарҙың барыһына ла ихлас күңелдән рәхмәт белдерҙе. Йыйылыусылар өсөн Гөлфиә Арыҫланова башҡарыуында йыр һәйбәт музыкаль бүләк булды.
Һәм бына тантаналы мәл етте. Фәнүр Туҡтаров ҡунаҡтар менән фельдшер-акушерлыҡ пунктына ингән ерҙә ҡыҙыл таҫманы киҫеп, бинаны ҡарап сыҡтылар.
Эйе, айҙарәлеләр уңды! Бөтә талаптарға яуап биргән заманса бина ялт итеп тора. Бында прививка яһау һәм процедура, ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡарау, пациенттарҙы ҡабул итеү кабинеттары, дарыуҙар һәм дезинфекциялау иретмәләре һаҡлау бүлмәһе, санузел, эҫе һәм һыуыҡ һыу бар. Бер һүҙ менән әйткәндә, персонал өсөн дә, пациенттар өсөн дә бөтә шарттар булдырылған. Ә минең иһә барыһына ла ҡарағанда иғтибарымды радиаторҙар йәлеп итте. Улар электр утынан, һәр ҡайһыһы автоном рәүештә эшләй. Йәғни, кәрәкһә тоҡандырырға - һүндерергә, шулай уҡ йылылыҡ биреүҙе көйләргә мөмкин.
- Әйҙәгеҙ, теләгәндәрҙең ҡан баҫымын үлсәйем, - тип тәҡдим итте көтмәгәндә фельдшер Әлфиә Хәсәнова. - Көн эҫе, ҡан баҫымын үлсәү ҡамасауламаҫ.
- Әйҙәгеҙ һуң, - тип беренсе булып ризалашты Ринат Йәүҙәт улы.
Бәхеткә күрә, был ҡунаҡтың да, унан һуң үлсәткәндәрҙең дә, хатта тантанаға килгән 90 йәшлек аҡһаҡал Әмирйән Мөхәмәтовтың да ҡан баҫымы нормала булып сыҡты.
Барыһын да ҡарап, хуплап сыҡҡас, медицина хеҙмәткәрҙәре Әлфиә Хәсәнова һәм Ғәлимә Камалетдиноваларға ауыл халҡы мәнфәғәтендә фиҙаҡәр эшләргә теләп, ҡунаҡтар Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһына юл тотто, бында тағы бер әһәмиәтле сара планлаштырылғайны.