Зәриә Әбделҡадир ҡыҙы 1969 йылда Стәрлебаш районы Үрге Шәкәр ауылында Мәфтуха һәм Әбделҡадир ғаиләһендә һигеҙенсе бала булып донъяға килә. Шәкәр һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, Салауат медицина колледжына уҡырға инә. Артабан ҡулына диплом алған ҡыҙ Салауат ҡала дауаханаларының береһендә эш башлай. 1990 йылда тормош иптәше Рәмилдең тыуған ауылы Һарайҫаға ҡайтып йәшәй башлайҙар. Ҡайны-ҡәйнәһе эргәһендә ҙур йорт тергеҙәләр. 1991 йылда Һарайҫа медпунктында эш башлай. Бина иҫке, ярым емерек хәлдә була. Ремонт үткәрелә. Шул көндән алып әлегә тиклем Зәриә ең һыҙғанып, арыу-талыуҙы онотоп, ваҡыты-ваҡыты менән йоҡоһоҙ төндәр ҙә үткәреп, кешеләр сәләмәтлеген һаҡлауға, һөнәренә тоғро ҡалып хеҙмәт итә. Ул Һарайҫа һәм Бүләк ауылдары халҡын хеҙмәтләндерә. Уға 310 кешенең сәләмәтлеген туҡтауһыҙ ҡайғыртырға һәм нормала тотоу бурысы ҡуйылған. Фельдшерҙың эше ауыр. Оло йәштәгеләрҙең йорттарына барып дауалау бөтә эш йылдары дауамында бара. Көтмәгәндә бәлә-ҡазаларҙан имгәнгәндәр аҙмы? Быйылғы ҡарһыҙ юлдарҙағы боҙлауыҡ оло йәштәгеләрҙең күбеһенә медицина ярҙамын йорттарға барып күрһәтергә мәжбүр итә.
- Халыҡ менән татыу эшләйбеҙ. Улар минең эшемде хөрмәтләй, ярҙам итә. Үҙ-ара аңлашып эшләү һәм йәшәү эшемә дәрт өҫтәй, тырышып эшләге килә, - ти фельдшер.
Ул эшләгән осорҙа халыҡ ярҙамы менән медицина пункты бинаһы ике тапҡыр ремонтлана. Ауыл биләмәһе хакимиәте ярҙамы менән ҡойма уратыла. Бина ауыл халҡы ярҙамы менән тышлана. Быларҙың барыһы өсөн дә ул ауылдаштарына һәм Һарайҫа ауыл Советы ауыл биләмәһе етәкселегенә рәхмәтле.
Ике игеҙәк ҡыҙ тәрбиәләгән ҡайны-ҡәйнә йортона килен булып төшә Зәриә. Үҙҙәренең ғаиләһендә лә игеҙәк ҡыҙҙар үҫеп буй еткерә. Хәҙер улар нефть институтын тамамлап, Свердловск өлкәһендә белгеслектәре буйынса эшләй. Улдары Айнур ғаиләһе менән Салауат ҡалаһында йәшәй. Ул Өфө юридик институтын тамамлап, Эске эштәр министрлығында эшләп йөрөй. Уның ғаиләһендә лә игеҙәк балалар - ҡыҙ һәм малай үҫә.
Ауыл ерендә йорт тирәһендә лә мәшәҡәттәр етерлек. Балалар таралышҡан, тормош иптәше вахта ысулы менән Себер тарафтарында эшләй. Йорт хужалығы ҙур, тормоштары етеш. Барыһына ла өлгөрә, һәр эшен еренә еткереп үтәргә күнеккән ул.
Беҙ, ауыл халҡы, олоһо ла, кесеһе лә бер нимә менән дә иҫәпләшмәй, йылы, ышаныслы һүҙен дә, яғымлы ҡарашын да биргән, үҙ һөнәрен тәрән белгән, үҙ өҫтөндә туҡтауһыҙ эшләгән, 30 йылдан ашыу эш тәжрибәһе туплаған белгескә иҫәнлек, уңыштар теләйбеҙ.