Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
26 Апрель 2018, 13:03

Бөтә донъя иммунлаштырыу аҙналығы

Башҡортостан Республикаһында, бөтә Рәсәйҙәге кеүек, апрель айында иммунлаштырыуҙың Европа аҙналығы үткәрелә. Аҙналыҡтың төп маҡсаты - профилактик прививкаларға йәмәғәт иғтибарын йәлеп итеү, иммунлаштырыуҙың өҫтөнлөктәре хаҡында халыҡты хәбәрҙар итеү.

Хәҙерге заман шарттарында инфекция сирҙәре ауырыуҙарҙың төп сәбәбе булып тора һәм Ер шарында киң таралыуы менән билдәле. Һуңғы өс тиҫтә йыл эсендә генә ҡырҡҡа яҡын яңы вирус сире табылған. Инфекциялы сирҙәр менән көрәштә әүҙем иммунизация юлы менән генә уңышҡа ирешергә мөмкин. Вакцинацияның маҡсаты – сирҙе иҫкәртеү, әгәр ҙә ул йоҡҡан икән, юҡҡа сығарыу. Сәсәк сирен юҡҡа сығарыу вакцинацияның яҡшы миҫалы булып тора. 1977 йылдың октябренән алып донъяла сәсәк менән ауырыған кеше теркәлмәгән. Был уңыш — эффектлы иммунизация программаһы менән бөтә донъя масштабында тәрән уйланылған контроль сараларҙы берләштереүҙең һөҙөмтәһе ул. Сәсәкте юҡҡа сығарыу төрлө инфекциялы сирҙе еңеүҙең моделе. Вакцинация - йоғошло сирҙәргә ҡаршы көрәштә иң отошло профилактик сараларҙан һанала. Уның ярҙамында сәсәк, дифтерия, полиомиелит,

ҡарыштырыу ауырыуҙары (столбняк) тамырынан юҡ ителде. Эпидемик паротит, ҡыҙамыҡ, ҡыҙылса менән сирләү осраҡтары ла һирәк күренешкә әйләнде. Ләкин тынысланырға иртәрәк. Сөнки ата-әсәләрҙең был мәсьәләгә һалҡын ҡарауы арҡаһында ауырыуҙарҙың яңынан ҡуҙғыған осраҡтары ла юҡ түгел. Белгестәр әйтеүенсә, вакциналар сәләмәтлеккә зыян килтереү өсөн түгел, ә ярҙам итеү өсөн уйлап сығарылған. Прививка яһамаған сабыйға йоғошло ауырыу эләкһә, аҙағы аяныс тамамланыуы ихтимал. Ҡаҙатмайым, унан һуң бала көйһөҙләнә, тән температураһы күтәрелә, хәле юҡ, тип зарланыусылар ҙа етерлек. Ауырыуға ҡаршы иммунитет шулай барлыҡҡа килә. Был осраҡта балаға күберәк ятып торорға, күп итеп һыу эсерергә кәрәк. Һәр прививканы ваҡытында эшләтеү мотлаҡ. Өлкәндәргә дифтерияға ҡаршы вакцинацияны 10 йыл һайын ҡабатлайҙар. Ата-әсәләрҙең ҡаршы төшөүе арҡаһында прививка эшләнмәгән балаларҙың һаулыҡ мәсьәләһе киҫкен тора. Вакцина яһатҡан балалар бындай сирҙе йоҡторһа ла еңел үткәрәсәк, ә прививка яһатылмаған бала был инфекцияға ныҡ бирешәсәк, хатта үлеме менән тамамланыуы ла ихтимал. Шуға күрә балаларыбыҙ һаулығына еңел ҡарамаһаҡ ине. Аҙналыҡтың маҡсаты һәм бурысы - балаларҙы, өлкәндәрҙе мөмкин тиклем вакцинациялау, вакцина эшләтеүҙән ҡасыуҙың сәбәптәрен тикшереү, халыҡ араһында иҫкәртеү эштәре алып барыу. Иммунизация аҙналығында әүҙем ҡатнашып, балаларыбыҙҙың һаулығын һаҡларға саҡырабыҙ. Бөтә донъя һалыулыҡ һаҡлау ойошмаһының вакциналар хәүефһеҙлегенә бағышланған глобаль веб-сайттары бар. Бөгөнгө көндә улар 12 телдә 47 дана, 173 миллиондан ашыу ҡулланыусы ай һайын ошо сайттарҙан файҙалана. Рус телендәге сайт адресы: http://www/yaprivit.ru. Вакцинация яһатыу тураһында үҙегеҙҙең табип менән мотлаҡ кәңәшләшергә кәрәк.

Лилиә ЙОСОПОВА, «Гигиена һәм эпидемиология үҙәге» Стәрлетамаҡ район-ара филиалының табип-эпидемиологы.


Читайте нас: