Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
16 Февраль 2018, 11:29

Ыңғай яҡтар ҙа, етешһеҙлектәр ҙә бар

8 февралдә медицина хеҙмәткәрҙәре уҙған йыл эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Киңәйтелгән медицина советы эшендә, үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре, ауыл фельдшерҙарынан тыш, район дауаханаһының баш табибы И.И.Яппаров, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары А.Ә.Суфьянова, БР Стәрлетамаҡ ҡалаһы медицина мәғлүмәт-аналитик үҙәге һаулыҡ һаҡлау учреждениеһының өлкән табип-методисы С.М.Никерин, табипҡа ҡабул итеүгә яҙылыу хеҙмәттәре күрһәтеү сифатын контроллек итеү төркөмө етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Н.А.Стрижак, БР буйынса Республика мотлаҡ медицина страховкалау фондының Стәрлетамаҡ филиалы етәксеһе А.М.Бәҙретдинов, экспертиза һәм страховкаланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәте етәксеһе Р.А.Сабирова ҡатнашты һәм сығыш яһаны.

Сергей Никериндың сығышы район дауаханаһының 2017 йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһауға бағышланды. Әйтергә кәрәк, уның анализы бихисап һандарҙан торҙо. Шуларҙың мөһимдәрен генә килтерәйек. Район халҡы иҫәбе һуңғы өс йылда кәмей бара, тип билдәләне Сергей Михайлович. Нигеҙҙә, эшкә һәләтле халыҡ иҫәбенә. Әгәр 2015 йылда ул 18670 кеше тәшкил итһә, 2017 йылда иһә - 18207. Бала табырға һәләтле йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар һаны, тиңдәшле рәүештә, тыуым да кәмегән. Табиптар менән комплектланыу 10 мең халыҡҡа 20,3 (был республика буйынса сағыштырғанда кәмерәк) тәшкил итә. Уларҙың йәш составы: 36 йәшкә тиклем - 54%, пенсионерҙар - 24%. Ғәйәт ҙур эште башҡарған урта персонал менән тәьмин ителеү һәйбәт кимәлдә. Тәүлек әйләнәһенә койко-урын менән тәьмин ителеү - 38,4 (70 койко-урын), биләнгән урындар - 304 (нормала). Көндөҙгө стационарҙа урындар һаны - 34.

Ашығыс ярҙам коллективы 2017 йылда эшен бер аҙ яҡшыртҡан, уны киләсәктә лә дауам итергә кәрәк. Сығыш яһаусы диагностикалау ҡоролмаһы күрһәткестәренә түбән баһа бирҙе. Районда ауырыуҙар һаны арта. Тыуым 7,6 процентҡа, 267нән (2016 йыл) 242гә (2017 йыл) кәмегән.

Районда үлеүселәр һаны күп - 314 (был тирә-яҡта иң юғары күрһәткестәрҙең береһе). Шуның 70% өйҙә һәм 21,3% стационарҙа үлгән. Өҫтәүенә, Стәрлебаш районы республикала онкоауырыуҙар буйынса беренсе урынды биләй. Төп үлем сәбәптәре: кешеләрҙең олоғайыуы; яман шеш, шәкәр диабеты, артериаль гипертензия менән сирләүселәрҙең артыуы; өйҙә көндөҙгө стационарҙың булмауы; йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен профилактикалау буйынса сәләмәтлек мәктәптәрендә уҡыусыларҙың кәмеүе; тирә-яҡта иң юғары инвалидлыҡ проценты 10,7%.

С.Никерин үҙәк район дауаханаһы коллективына бөтә йүнәлештәр буйынса ла профилактик эште яҡшыртырға, шулай уҡ барлыҡ халыҡ ҡатламының сәләмәтлеген һаҡлау буйынса эште көсәйтергә тәҡдим итте. Халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү ҡулайлығы тураһында Наталья Стрижак һөйләне. Районда йәшәгән халыҡҡа ҡарағанда беркетелгәндәр күберәк булыуын билдәләне. Медицина ярҙамы ҡулайлығы (көттөрмәйенсә) - 88,7%, был һәйбәт күрһәткес. Әгәр көтөү ваҡыты һуҙылһа, был кадрҙар етешмәүгә йәки расписаниены дөрөҫ алып бармауға бәйле.

- Пациенттарҙың 53% табипҡа контакт-үҙәк аша түгел, ә регистратура аша яҙыла, был мәғлүмәт кимәленең түбән булыуы тураһында һөйләй, - тип билдәләне ул.

Альберт Бәҙретдинов сығышында медицина учреждениеларын финанслау йылдан-йыл артыуын билдәләне. Стәрлебаштар эш хаҡын түләү, туҡланыу, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр, медицина препараттарын һатып алыуға бүленгән сумманы тулыһынса ҡулланған. 2018 йылға бурыс - медицина ярҙамын күрһәтеү ҡулайлығын һәм сифатын арттырыу. Рәмилә Сабирова әйтеүенсә, Стәрлебаш медицина хеҙмәткәрҙәренең медицина ярҙамы күрһәтеү сифаты яҡшырған, әммә документация алып барыу бер аҙ насарайған. Ул әйтелгән етешһеҙлектәрҙе иҫәпкә алып, уларҙы бөтөрөргә кәңәш бирҙе, юғиһә бының өсөн штраф санкциялары һалынасаҡ, һәм улар бәләкәй түгел - 10 мең һум тирәһе. Кәрәк булһа, стәрлебаштарға ярҙам күрһәтеләсәк.

Район дауаханаһының баш табибы Илшат Яппаров йыйылыусыларҙың иғтибарын пациенттар менән матур һөйләшеүгә, уларға теге йәки был нескәлектәрҙе аңлатыуға йүнәлтте.

- Бөгөн беҙҙең эш тулыһынса асыҡ, - тип билдәләне ул. - Ул һандарҙа күренә, махсус программаға индерелгән, уны асып, ус төбөндәге кеүек, коллективтың нисек эшләүен һәм барлыҡ күрһәткестәрҙе күрергә мөмкин. Киләсәктә лә беҙҙең бурысыбыҙ - район халҡына квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтеү.

Киңәйтелгән медицина советына Альбина Суфьянова йомғаҡ яһаны. Сығышын ул демографияға бәйле мәсьәләнән башланы һәм ул район хакимиәтендә йыш тикшерелеүен әйтте. Халыҡ ҡартая. Районда йәшәгән 18207 кешенең 7029ы - пенсионерҙар. Миграция кәмеүе лә үҙгәреп тора. Әгәр уҙған йылда беҙгә 766 кеше килһә, 915 киткән (-149).

Бала тыуғанда йәки баланы ҡыҙлыҡҡа (уллыҡҡа) алғанда социаль ярҙам саралары, күп балалы ғаиләләргә пособиелар тураһында һөйләне. Медицина хеҙмәткәрҙәрен Ғаилә йылында үткәреләсәк сараларҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы. «Земский фельдшер» программаһына туҡталып, ауыл фельдшерҙарының күбеһе пенсия алды йәшендә булыуын, күптәренең сирлеләргә барыу өсөн транспорты булмауын, шуға ҡарамаҫтан, улар үҙ эштәрен фиҙаҡәр башҡарыуын билдәләне. Көндәлек тырыш хеҙмәттәре, түҙемлектәре өсөн барыһына ла рәхмәт белдерҙе. Ә һуңынан ҡайһы бер медицина хеҙмәткәрҙәренә Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Ә Илшат Яппаров берҙәм һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек өсөн ҡунаҡтарға Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Артабан улар дауаханала сирлеләр өсөн булдырылған шарттарҙы ҡарау һәм медицина персоналының эш шарттары менән танышыу өсөн бүлектәрҙе ҡарап сыҡты.

Йыйылышта булып, мин, ябай пациент булараҡ, үҙемә лә ниндәйҙер һығымта яһаным. Медицина хеҙмәткәрҙәренең (әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа төрлө тармаҡтарҙа күпселек хеҙмәткәрҙәрҙеке кеүек үк) яҙыу эштәре, отчеттары күп, улар арҡаһында сирлеләрҙе ҡарауға ваҡыт аҙ ҡала. Ә штраф һалыу менән хәл-торош яҡшырмаҫ, тип уйлайым. Эйе, документтарҙың барыһы ла тәртиптә булыр, моғайын. Әммә, табип, тәү сиратта, амбулатор картаны нисек дөрөҫ тултырыу тураһында түгел, ә пациенттың сәләмәтлеге, уны һауыҡтырыу өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләү тураһында уйларға тейеш. Сөнки күптәр табиптарҙың ҡайһы саҡ сирлеләргә күтәрелеп ҡарарға, уның хәлен һорашып, температураһын үлсәргә лә һ.б. ваҡыты булмауына зарлана. Бының урынына улар документ тултыра. Һәм был уларҙың ғәйебе түгел, талап шундай. Медицина хеҙмәткәрҙәренең эше юғары етәкселек тарафынан документтарҙың ни тиклем дөрөҫ тултырылыуына (был да мөһим) ҡарап түгел, ә тәү сиратта, һауыҡтырылған сирлеләр һанына, күрһәтелгән ярҙам сифатына, шулай уҡ тап пациенттар уларҙың эшенән ни тиклем ҡәнәғәт булыуына ҡарап баһаланһын ине.

Рәйсә МУСИНА. Автор фотоһы.
Читайте нас: