- Радмир Әнүәр улы, һүҙебеҙҙе зыян күргән балаға аныҡ ярҙам күрһәтеү миҫалынан башлайыҡ.
- Ярай. Бына шундай осраҡтарҙың береһе. Урамда уйнағанда һигеҙ йәшлек Булат яңылыш алғы тешен юғалта. Ул күренеп тора, шуға ла малайҙың әсәһенең бер нисә клиникаға мөрәжәғәт итеп, «теште кире ҡуйырға» тигән үтенесенә баш тарталар. Бер аҙнанан улы менән әсәһе беҙҙең клиникаға килә. Беҙ теште урынына ҡуйҙыҡ. Йыл ярымдан пациент ҡабул итеүгә килде: теш һәйбәт үҫеп киткән, эргәһендә шундай уҡ тигеҙ теш сыҡҡан.
Беҙҙең клиникаларҙың реплантациялау буйынса тәжрибәһе ҙур: яңынан ялғанған тештәр 20 һәм унан ашыу йыл хеҙмәт итә. Әммә был осраҡ үҙенсәлекле: миңә тәүге тапҡыр бер аҙна кеҫәлә йөрөткән теште ялғарға тура килде.
- Теште ниндәй срокта ялғарға мөмкин?
- Ни тиклем иртәрәк, шул тиклем яҡшыраҡ. Әгәр быны тәүлек эсендә эшләһәң тештең үҫеп китеү һәм уның функционаллеген һаҡлау ихтималлылығы ғәйәт ҙур. Төшкән теште балға һалырға һәм тиҙерәк стоматологҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.
- Стоматологтар проблеманы хәл итеү өсөн ниндәй ысулдар тәҡдим итә?
- Улар йә ошондай осраҡтарҙан баш тарта, йә алынмалы пластиналар тәҡдим итә. Әммә күпселек балалар уларҙы йөрөтмәй: улар уңайһыҙ һәм тотороҡһоҙ, яңаҡ үҫеү сәбәпле, уларҙы йылына ике тапҡыр алмаштырырға кәрәк.
Әммә стоматологтар нимәгәлер балалар денталь имплантацияһына ҙур һаҡлыҡ менән ҡарай: йәһәне, яңаҡ тулыһынса формалашҡансы ул ярамай. Әммә имплантация һөйәктең үҫеш зоналарын боҙа тигән төп дәлил нигеҙһеҙ: имплант юғалтҡан теш соҡорона ҡуйыла. Теш коронкаһы, тамырҙан айырмалы рәүештә, үҫмәй.
- Ә донъя практикаһы нимә һөйләй?
- Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тәҡдимдәренә ярашлы, балаларға, өлкәндәр өсөн ҡулланылған имплантацияларҙың барлыҡ төрҙәре ҡулай булырға тейеш. Әммә нескәлектәр ҙә бар: балалар импланттары конструктив үҙенсәлектәргә эйә. Беҙ ошондай өлгөләр эшләп, әлегә заказдарҙы Израилдә эшләтәбеҙ. Быйыл үҙебеҙҙә етештереү өсөн Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сертификатын ала алырбыҙ тип ышанам.
Балаларға имапланттарҙы бушлай ҡуябыҙ, күҙәтәбеҙ, консультация бирәбеҙ: был әлегә донъяла тәүге тәжрибә. Табип-стоматологтар балалар имплантацияһы темаһына ҡараштарын, ниһайәт, үҙгәртер, проблемаларға күҙҙәрен йоммай, уларҙы тиҙ арала хәл итер тип ышанам.
- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, Радмир Әнүәр улы.