Рәсәй халҡы 146 миллиондан ашыу кеше тәшкил итә. Шуларҙың 900 меңдән ашыуы ВИЧ менән зарарланған. Рәсәйҙә һәр сәғәт 10 кеше ВИЧ йоҡтора. Был һандарҙың күпме булыуын уйлап ҡына ҡарағыҙ! 1987 йылдан башлап тотош күҙәтеү осоронда Башҡортостанда лаборатория шарттарында ВИЧ-инфекцияланған 28219 кеше асыҡланған, 7247һе - вафат булған. Ағымдағы йыл башынан ғына 2420 сирле асыҡланған. Шуларҙың 1527һе (63,1%) ир-ат, 893һө (36,9%) - ҡатын-ҡыҙ. ВИЧ-инфекцияланған әсәләрҙән 326 бала тыуған. Ә беҙҙең районда ВИЧҡа бәйле хәл-торош ниндәй? 2016 йылда үҙәк район дауаханаһында 37 ВИЧ-инфекцияланған кеше иҫәптә тора, шул иҫәптән отчет осоронда 11 кеше асыҡлана. Шуларҙың етеһе ир-егет һәм дүртеһе ҡатын-ҡыҙ. Дүрт кеше диспансер күҙәтеүенән төшөрөлдө, шуларҙың өсөһө райондан китте, береһе вафат булды. 2017 йыл башында күҙәтеү аҫтында 33 сирле булды, йыл башынан ике сирле асыҡланды. Ике кеше вафат булды, береһе йәшәү урынын алмаштырҙы. Йыл аҙағында диспансер күҙәтеүендә 32 кеше тора.