Гәзиткә яҙылыу кампанияһы тамамланыу менән уҡыусыларыбыҙ араһында бүләктәр уйнатыу изге йолаға әүерелде. Быйыл да, 2023 йылдың тәүге яртыһына "Стәрлебаш шишмәләре"нә яҙылып, квитанция күсермәһен редакцияға ебәреүсе дуҫтарыбыҙ араһында хужалыҡ-көнкүрештә бик кәрәкле булған шәп бүләктәр уйнатасаҡбыҙ!Яҙылып өлгөрмәнегеҙме? Улайһа ашығығыҙ!Замандың үҙгәреп китеүенә бәйле, редакция йә почтаға килеп йөрөй алмайһығыҙ икән, беҙгә яҙығыҙ, 2-23-54 телефонына шылтыратығыҙ, ситтән тороп та яҙылырға ярҙам итербеҙ!Үҙегеҙ ситтә йәшәп, өлкән йәштәге ата-әсәйегеҙ ауылда икән, уларҙың Интернеты һәм аҡса күсерә алыу мөмкинлеге юҡлығын иҫәпкә алып, подписка бүләк итһәгеҙ, ярты йыл буйына гәзит алған һайын һеҙгә рәхмәт уҡыр! Был осраҡта гәзиттең электрон төрөн тәҡдим итәбеҙ. Ул өс телдә лә була. Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!
"Стәрлебаш шишмәләре" гәзите редакцияһы.