Википедияның башҡортса проекттарын үҫтереү эше 2005 йылдың 16 апрелендә "Башҡортостан" тигән мәҡәләне яҙыуҙан башлана. Бөгөн был мәҡәлә 118 телгә тәржемә ителгән, ә Башҡорт Википедияһы донъялағы 300 бүлек араһында иң үҫешкән йөҙ исемлегендә. Башҡорт Википедияһында 55 меңдән ашыу мәҡәлә тупланған, 2021 йылдың ғинуар айында ғына уларҙы 44 мең уникаль ҡоролма аша 1 млн 905 мең тапҡыр уҡығандар. Үткән айҙа "Инглиз теле", "Ғәли Соҡорой", "Салауат Юлаев", "Башҡорт теле", "Мостай Кәрим" мәҡәләләре популяр булған.
Халыҡ-ара туған тел көнө алдынан башҡорт википедиясыларының күп йыллыҡ хеҙмәте дәүләт, ведомство һәм йәмәғәт наградалары менән юғары баһаланды. Форумдың ғәмәли өлөшөндә ирекмәндәр 21 февраль - Халыҡ-ара туған тел көнөндә старт биреләсәк "Башҡорттар" оҙайлы конкурс-марафоны менән таныштырҙы. Был сара 11 октябрь - Башҡортостан Республикаһы көнөнә тиклем барасаҡ, ә еңеүселәрҙең исемлеген 14 декабрҙә - Башҡорт теле көнөндә иғлан итәләр.
Шулай уҡ форумда Башҡорт Википедияһын артабан үҫтереүгә арналған түңәрәк өлтәл дә ойошторолдо. Уның барышында биш тематик мәҡәләләр конкурсын һәм Википедия эшенә яңы ҡушылған ирекмәндәр өсөн алты тапҡыр курстар ойоштороу мәсьәләләре ҡаралды.
Әйткәндәй, "Тарихи Башҡортостан топонимияһы" темаһына арналған тәүге мәҡәләләр конкурсы һәм онлайн ВикиМәктәп дәрестәре 1 марттан башлана.