Ҡыҙыу элемтәгә дауалауға түләргә мөмкинлеге булмаған ауыр хәлдәге балаларҙың ата-әсәләре шылтырата ала. Белгестәр бушлай ярҙам итә. Улар сирлене республика ҡаҙнаһы, хәйриә фондтары йәки ҙур компаниялар иҫәбенә дауалау мөмкинлекләрен ҡарай һәм эште бала ысын ярҙам алғанға тиклем оҙатып бара. “Дөрөҫ йүнәлеш” хәйриә хеҙмәтенең ҡыҙыу элемтә телефоны: 8-800-303-30-30.