Бөтә яңылыҡтар
Акциялар
19 Декабрь 2020, 17:00

Яңы йылға бүләккә - район гәзите!

Бүләккә кем генә һөйөнмәй икән, бигерәк тә Яңы йыл байрамы алдынан.

Ошо көндәрҙә “Күндерәк” йәмғиәтенең башҡарма директоры Диего Кардава хужалыҡтың ун хеҙмәткәренә киләһе йылдың ярты йыллығына “Стәрлебаш шишмәләре” район гәзитенә подписка бүләк итте. Һарайҫа ауыл биләмәһенән фермерҙар ҙа #матбуғатбүләкит флешмобына ҡушылды. Фермер Абузал Байназаров оло йәштәге өс ауылдашына, ә Илфат Кәримов - ике ауылдашына шундай бүләк яһаны.
Изге эш ерҙә ятып ҡалмай, ти халыҡ мәҡәле. Яңы йыл алдынан матур бүләк алғандар уларға рәхмәт белдереп, сәләмәтлек, ғаилә именлеге, бәхетле ғүмер һәм эштәрендә яңынан-яңы уңыштар теләй.
#матбуғатбүләкит
#подариподписку
Читайте нас: