Бөтә яңылыҡтар
Акциялар
18 Декабрь 2020, 01:30

Ауылдаштарына - матур бүләк

Республика етәкселәре башлаған #матбуғатбүләкит акцияһына ошо көндәрҙә Ҡабыҡҡыуыш ауылынан тағы бер яҡташыбыҙ ҡушылды.

Рәсәй Федерацияһы Юғары судының отставкалағы почетлы судьяһы Рәмил ағай Әхмәтов ауылдаштарына Яңы йыл алдынан матур бүләк яһаны. Ул Әхмәтғәли ағай Хәлимовҡа, Ғәбдрәшит ағай Ишембәтовҡа һәм Зәйтүнә апай Әхмәтоваға 2021 йылдың тәүге ярты йыллығына "Стәрлебаш шишмәләре"гәзитенә яҙылған квитанция бүләк итте, Был изге эш өсөн улар Рәмил Фәйруша улына рәхмәт белдереп, уға киләсәктә лә һаулыҡ, тормошонда уңыштар теләне.
#матбуғатбүләкит
Читайте нас: