Бөтә яңылыҡтар
Акциялар
16 Декабрь 2020, 09:00

ИРЕКМӘН ТАКСИСТАР ТАБИПТАРҒА ЯРҘАМ ИТӘ

Салауат районында “Такси. Хәстәрлек” акцияһы башланған.

“Берҙәм Рәсәй” төбәк бүлексәһе башлаған проект табиптарҙы түләүһеҙ йөрөтөүҙе күҙ уңында тота. Районда һигеҙ водитель ирекмән-таксистар рәтенә баҫҡан. Улар Малаяҙ үҙәк район дауаханаһынан алыҫ ауылдарға табиптарҙы алып бара. Әлеге эпидемиологик хәлдә медицина хеҙмәткәрҙәренең ауылдарҙағы ФАП-тарға тиҙ арала барып етеүе үтә мөһим. Табиптар урындарҙа ҡабул итеүҙән тыш, волонтерҙар менән сәләмәтлек торошо буйынса үҙҙәре килә алмаған пациенттарҙың өйөнә лә бара. Салауатта барыһы алты табип өйҙәргә йөрөй. Таксистар уларҙы 70 саҡрымға тиклем араға алып бара. Табиптар билдәләүенсә, саҡырыуҙар бик күп, ирекмәндәрҙең был ярҙамы булмаһа, ҡыйын тура килер ине. Пациенттарҙы ҡарау менән бергә коронавирусҡа анализ да алырға кәрәк бит. Урындағы хакимиәт тә “Такси. Хәстәрлек” акцияһын хуплай. “Был еңел булмаған ваҡытта табиптарҙы йөрөтөү менән шөғөлләнгән шәхси эшҡыуарҙарыбыҙға рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ”, – ти Салауат районындағы “Беҙҙең хәстәрлек” ирекмәндәр штабының етәксеһе Айрат Нурмөхәмәтов. https://bashkortostankyzy.rbsmi.ru/news/Irekm-n-taksistar-tabiptar-a-yar-am-it-592123/
Читайте нас: