Бөтә яңылыҡтар
Акциялар
8 Декабрь 2020, 12:50

Кино, бүләктәр, шатлыҡтар

Һәр йылдың 3 декабрендә халыҡ-ара инвалидтар көнө билдәләнә. Уның маҡсаты – йәмғиәттең иғтибарын сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең проблемаларына йәлеп итеү. Ҡағиҙә булараҡ, был көндө улар өсөн төрлө акциялар, осрашыуҙар, саралар үткәрелә, «ҡыҙыу линия» телефондары ойошторола. Иғтибар үҙәгендә – инвалид балалар.

Үкенескә ҡаршы, ағымдағы йылда пандемия менән бәйле барыһын да бергә йыйып, әлеге датаны киң билдәләп үтеү мөмкин булманы. Әммә уны иғтибарһыҙ ҡалдырырға ла ярамай ине. Шулай итеп, район Мәҙәниәт йортоноң кино залында барлыҡ һаҡлыҡ сараларын үтәп, «Һеңлекәш» кинофильмы күрһәтелде. Төшкә тиклем фильмды Стәрлебаш коррекция мәктәп-интернаты тәрбиәләнеүселәре ҡараны, артабан реабилитация үҙәге балалары килде. Сеанс тамамланғандан һуң барыһына ла район хакимиәте һәм район мәғариф бүлеге әҙерләгән бүләктәр таратылды (һүрәттә). Мәктәп кәрәк-яраҡтары (альбом, төҫлө ҡатырҡа, фломастерҙар, төҫлө ҡәләм һәм мәктәптә кәрәкле башҡа бик күп нәмәләр) менән бүләк пакеттарын барлыҡ балалар ҙа алды. Өйҙә булғандарға бүләктәрҙе уҡытыусылар һәм ирекмәндәр таратты. Бүләктәр менән 70 пакеттың барыһы ла үҙ адресаттарына барып етте, бер кем дә иғтибарҙан ситтә ҡалманы, был иң мөһиме.
Коррекция мәктәп-интернатында һәм реабилитация үҙәгендә шулай уҡ саф һауала күңелле уйындар ойошторолдо. «Болғар» балалар һәм үҫмерҙәр клубы вәкилдәре уйындар, төрлө шаярыуҙар һәм әлбиттә, татлы приздар менән мауыҡтырғыс тамаша ойошторҙо. Балаларҙың йөҙөнән йылмайыу китмәне. Әйҙә, яҡшы кәйеф һәм ыңғай тәьҫораттар уларҙы һәр ваҡыт оҙатып йөрөһөн!
Фаягөл Йосопова. Р.Йәғәфәров фотоһы.
Читайте нас: