Беҙҙең редакция коллективы район ойошмаларының башҡа етәкселәре һәм коллективтары ла флешмобҡа ҡушылыр һәм мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә, хеҙмәт ветерандарына һәм яңғыҙ йәшәгән оло йәштәгеләргә район гәзитенә яҙылыу бүләк итер тип ышанабыҙ. Уйлап ҡараһаң, һәр ҡайһыбыҙ туғандарына йәки яҡындарына шундай бүләк яһай ала. Өҫтәүенә, 3 декабрҙән гәзит-журналдарға ташламалы хаҡҡа яҙылыу ун көнлөгө башланды һәм ул 13 декабргә тиклем дауам итәсәк. Яҡындарығыҙҙы йәки мохтаж кешеләрҙе гәзиткә яҙҙыртып, һеҙ уларға күңел йылыһы бүләк итәһегеҙ. Ошо флешмобҡа ҡушылығыҙ, акциянан ситтә ҡалмағыҙ!
Был юлы беҙ эстафетаны район хакимиәте башлығы Рөстәм Камил улы Рахманғоловҡа, район Советы секретары Айгөл Мусаҡаеваға, Балалар сәнғәт мәктәбе һәм "Стәрлебаш торлаҡ-коммуналь сервис" предприятиеһы, район ветстанцияһы коллективтарына, шулай уҡ Ямғырсы ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фәнүр Кәримовҡа тапшырабыҙ.
P.S: "Стәрлебаш шишмәләре" район гәзитенә "Рәсәй почтаһы" бүлексәләрендә йәки Стәрлебаш ауылы, К.Маркс урамы, 102 адресы буйынса яҙылып була.