Бөтә яңылыҡтар
Акциялар
16 Ноябрь 2020, 23:20

Ваҡытлы матбуғатҡа яҙыл һәм бүләк от!

“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто гәзит-журналдарға яҙылған тоғро дуҫтары өсөн быйыл да ҡиммәтле бүләктәр әҙерләне. 16 ноябрҙә башланған “Матбуғатҡа яҙыл һәм бүләк от!” тип аталған яңы акцияға ярашлы, нәшриәт йорто ҡарамағындағы баҫмаларға яҙылған һәр кемдең отош уйынында ҡатнашыу мөмкинлеге бар.

Был акцияға "Стәрлебаш шишмәләре" гәзите лә ҡушылды.
Акцияның бүләктәр фонды бик бай: һыуытҡыс, телевизор, ноутбук, электр самокаты, ҡар таҙартҡыс, “Салауат Юлаев” хоккей клубының уйынсылары автографы менән уйын джерсиһы, “Өфө” футбол клубы уйынсылары автографы менән футболка.
Акцияла нисек ҡатнашырға? Быны эшләү бик ябай:
  1. http://www.rbsmi.ru сайтында “Матбуғатҡа яҙылыу” https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/ бүлегенә инеп, баҫмаларҙың исемлеге менән танышығыҙ;
  2. 2021 йылдың беренсе яртыһына ике гәзит-журналға йәки тотош йылға бер баҫмаға яҙылығыҙ. Акцияла “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы ҡарамағындағы баҫмаларҙы алдырыусыларҙың квитанциялары ғына ҡатнаша ала.
  3. 2021 йылдың 15 ғинуарына тиклем исем-шәрифегеҙҙе, бәйләнеш өсөн телефонығыҙҙы яҙып, квитанция күсермәһен түбәндәге адресҡа ебәрегеҙ: Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто. Квитанциялар күсермәһе электрон адресҡа ла ҡабул ителә: [email protected]. Хатығыҙға “Матбуғатҡа яҙыл һәм бүләк от” (“Подпишись и выиграй”) тигән билдә ҡуйырға онотмағыҙ.
  4. Бүләктәрҙе уйнатыу 2021 йылдың 27 ғинуарында Башҡортостан юлдаш телеканалының “Сәләм” тапшырыуында тура эфирҙа үткәреләсәк.
    Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: быйылғы матбуғат кампанияһы 2020 йылдың 20 декабренә тиклем дауам итә, электрон варианттағы гәзит-журналдарға 31 декабргәсә яҙылырға мөмкин.
    Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 226 99 54.
    Почта бүлексәләре аша республика баҫмаларына яҙылыу кампанияһы 2020 йылдың 20 декабренә тиклем дауам итә. Стәрлебаш районы халҡы өсөн "Стәрлебаш шишмәләре" гәзитенә редакцияла йыл аҙағына тиклем яҙылырға мөмкин. Беҙҙең адрес; Стәрлебаш ауылы, К.Маркс урамы, 102, телефон 2-23-54.
    Читайте нас: