Бөтә яңылыҡтар
Акциялар
16 Октябрь 2020, 12:00

Төп бүләк - бер машина утын!

Хөрмәтле стәрлебаштар! 2021 йылдың беренсе ярты йыллығына «Стәрлебаш шишмәләре» район гәзитенә яҙылыу бара. Киләсәктә районда булған бөтә яңылыҡтарҙы һәм ваҡиғаларҙы белеп бтороу өсөн уға яҙылырға онотмағыҙ!

Район гәзитен ярты йыл дауамында өйгә алдырыу өсөн почта бүлексәләрендә 1059 һум 90 тингә яҙылырға мөмкин.
Теләге булғандар гәзиткә редакцияға килеп яҙыла, ә һуңынан уны үҙе килеп ала ала, был осраҡта гәзит хаҡы 655 һум торасаҡ. Район үҙәгендә һәм Первомайскийҙа йәшәүселәр өсөн тағы бер ысул бар: гәзиткә коллектив менән яҙыла алаһығыҙ. Ул саҡта гәзит эш урынығыҙға илтеп биреләсәк. Бының бер шарты бар, коллективтан кәмендә 10 кеше яҙылырға тейеш.
«Стәрлебаш шишмәләре»н электрон төрҙә лә алдырыу мөмкинлеге бар, ярты йылға яҙылыу хаҡы - 684 һум.
Шулай итеп, әгәр гәзитте өйөгөҙгә килтереүҙәрен теләйһегеҙ икән, почта бүлексәһенә, редакциянан килеп алырға, шулай уҡ гәзиттең электрон төрөнә яҙылырға теләһәгеҙ, редакция бухгалтерияһына (Стәрлебаш ауылы, К.Маркс урамы, 102, 1-се ҡат; тел: 8 (34739) 2-23-54) мөрәжәғәт итергә мөмкин. Йәки баҫма һәм электрон төргә rbsmi.ru сайтында яҙыла алаһығыҙ.
Һәм, әлбиттә, 2021 йылдың тәүге ярты йыллығына гәзиткә яҙылыусылар араһында бүләк уйнатыу үткәреләсәк! Төп приз - бөр машина («Газель») утын, икенсе һәм өсөнсө приздар - хужалыҡта бик кәрәкле әйберҙәр, шулай уҡ йыуатыу бүләктәре лә буласаҡ!
Бүләктәр отоуҙа ҡатнашыу өсөн квитанция күсермәһен редакцияға килтерегеҙ йәки «На розыгрыш» билдәһе менән [email protected] электрон почтаһына ебәрегеҙ.
«Республика Башкортостан» нәшриәт йорто филиалы - Стәрлебаш мәғлүмәт үҙәге.
Читайте нас: