Бөтә Рәсәй экология марафонының өлөшө булған “Йәшел Башҡортостан” акцияһында 155 мең төп ағас ултыртылды. Бер юлы республика халҡы “Сделаем!” девизы аҫтында биләмәләрҙе йыйыштырырға ла сыҡты. Өмәлә 100 меңдән ашыу кеше ҡатнашты, барлыҡ республиканан дүрт мең кубометр сүп-сар йыйылып ташланды.
Башҡортостандың бер нисә муниципалитетында Советтар Союзы һәм Рәсәй Геройҙарына, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, Еңеүҙең 75 йыллығына арналған “Геройҙар аллеяһы” барлыҡҡа килде. Ағас ултыртырға эске эштәр хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары, төрлө ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итеп, хаҡлы ялға сыҡҡандар, “Юнармия” Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик хәрәкәтендә ҡатнашыусылар һ.б. килде. Һөҙөмтәлә, мәҫәлән, Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат ауылында тотош бер урман барлыҡҡа килде – 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы хөрмәтенә ике мең самаһы төп исемле ағас ултыртылды.
Борис Беляев белдереүенсә, Бөтә Рәсәй экология өмәһенә ярашлы, “Еңеү урманы” акцияһы ла үтте. Сарала 50 меңдән ашыу кеше ҡатнашты, улар 282 гектар майҙанда 730 мең төп ағас ултыртты.
Быға тиклем республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов белдереүенсә, быйыл урмандың юҡҡа сығыу һәм тергеҙелеү балансы 101,5 процент тәшкил иткән. Тимәк, төбәгебеҙҙә ағасты ҡырҡыуға ҡарағанда күберәк ултырталар.
Дәүләт Думаһы депутаты, “Йәшел Башҡортостан” экологик хәрәкәте президенты Анатолий Карпов Башҡортостан Башлығына һәм Хөкүмәткә айырым рәхмәт белдерҙе. Ул билдәләүенсә, республика акцияла ҡатнашҡандар араһында иң яҡшы һөҙөмтә күрһәткән.
– Был бик кәрәкле һәм мөһим сара, – тине Радий Хәбиров. – Акцияларҙа ҡатнашҡан һәр кемгә ҙур рәхмәт. Беҙгә яҙ тураһында уйларға кәрәк, ағас ултыртыуҙы дауам итәсәкбеҙ. Бындай башланғыстарҙы һәр ваҡыт хуплайбыҙ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.