Бөтә яңылыҡтар
Акциялар
6 Октябрь 2020, 16:00

Аҙна аҙағына тиклем ашығығыҙ!

Хөрмәтле стәрлебаштар! 2021 йылдың тәүге ярты йыллығына "Стәрлебаш шишмәләре" район гәзитенә түбән хаҡҡа яҙылырға ашығығыҙ! Рәсәй Почтаһы яҙылыу ун көнлөгө үткәрә, уның ваҡытында һеҙ яратҡан баҫмаларығыҙға 30% ташлама менән яҙыла алаһығыҙ.

Ошо аҙнала 11 октябргә тиклем өлгөргәндәр өсөн район гәзитенә 2021 йылдың тәүге ярты йыллығына яҙылыу 932 һум 4 тин буласаҡ; I йәки II төркөм инвалидтар өсөн гәзит хаҡы 857 һум 91 тингә төшәсәк (гәзиткә яҙылғанда үҙегеҙ менән инвалидлыҡты раҫлаусы таныҡлыҡ алып килергә кәрәк).
Ун көнлөк тамамланғандан һуң "Стәрлебаш шишмәләре" район гәзитенең беренсе ярты йыллығына 1040 һум 52 тингә яҙылырға мөмкин буласаҡ.
Гәзиткә үҙегеҙгә, туғандарығыҙға һәм таныштарығыҙға яҙыла алаһығыҙ. Бынан тыш, Рәсәй Почтаһының «Изгелек ағасы» хәйриә акцияһы ярҙамында балалар йорто, йорт-интернат, ветерандар һәм ҡарттар йорттары адрестарына ниндәй ҙә матбуғатҡа яҙылыу квитанцияһын тултырырға мөмкин. Бының өсөн гәзит-журнал бүләк иткән учреждение өсөн квитанция тултырып, уға карта менән сайтта йәки почта элекмтәһе бүлексәһендә түләргә мөмкин.
Стәрлебаш мәғлүмәт үҙәге - БР "Республика Башкортостан" Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы.
Читайте нас: