“Аҙыҡ-түлек ярҙамы 2.0” тип исемләнгән проект нигеҙендәге гуманитар ярҙам республиканың 30 районына, шулай уҡ Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Күмертау, Нефтекама ҡалаларына оҙатылған.
Аҙыҡ-түлек йыйылмаһы башлыса республикала етештерелгән 19 төр продукттан тора, уның эсенә ярмалар, көнбағыш майы, сәй, печенье, шәкәр, консервалар инә. Пакеттарҙы ирекмәндәр тарата.
“Беҙ бергә” акцияһына ярашлы ойошторолған “Аҙыҡ-түлек ярҙамы 2.0” проекты бағыусылар ярҙамы менән тормошҡа ашырыла. Уның ойоштороусылары – “Ирекмән-медиктар” хәрәкәте, Бөтә Рәсәй халыҡ фронты, Ирекмәндәр үҙәктәре ассоциацияһы. Башҡортостанда проект операторы булып “Өфө хосписы” коммерция булмаған ойошмаһы сығыш яһай. Проект “Беҙ бергә” Бөтә Рәсәй хәйриә акцияһына ҡушылып, ярҙам ҡулы һуҙған бағыусылар аҡсаһына тормошҡа ашырыла.
Был - пандемия осоронда илдә ойошторолған гуманитар акцияның дауамы. Ул саҡта 65 йәштән олораҡ 1,5 млн. Рәсәй кешеһе бушлай аҙыҡ-түлек йыйылмаһы алғайны. Илдең 76 төбәгендә Халыҡты социаль яҡлау органдары аша аҙыҡ-түлек ярҙамы мохтаждарға адреслы таратылды.