Бөтә яңылыҡтар
Акциялар
21 Сентябрь 2020, 11:40

Йәш ярымлыҡ Анелия Рәфғетдиноваға 160 миллион һумлыҡ укол бушлай яһаласаҡ

Умыртҡа һөйәге атрофияһынан интегеүсе сабыйға аяҡҡа баҫырға Золгензма препараты ғына ярҙам итә ала, уны ла ҡыҙға ике йәш тулғансы яһап өлгөрөргә кәрәк ине.

Бәхеткә, быйыл ҡиммәтле препаратты етештереүсе «Новартис» компанияһы 100 доза дарыуҙы бушлай тарата һәм бының өсөн аҙна һайын сирле балалар араһында лотерея уйната. Был юлы уңыш Рәфғетдиновтар ғаиләһенә йылмайған. Ата-әсә был турала социаль селтәрҙә хәбәр иткән. Әлегә улар тейешле сумманың 10 миллион һумын йыя алған.
Яңылыҡтарҙан. Фото социаль селтәрҙән.
Читайте нас: