20 декабргәсә БР Ауыл хужалығы министрлығының колонна залындағы семинар- кәңәшмә майҙансығы Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән дә йәштәр сәйәсәте тармағы етәкселәрен йыйып, алдынғы тәжрибә менән уртаҡлашыу, көнүҙәк практикалар менән танышыу, киләсәктә үҫешеү векторҙарын булдырыу һәм дәүләт йәштәр сәйәсәтен һөҙөмтәле бойомға ашырыусы төбәктәрҙе билдәләү мөмкинлеген бирәсәк.
Бөгөн, 19 декабрҙә, “Мәғариф” милли проектының “Социаль әүҙемлек” федераль проектын, төбәктәрҙә йәштәр сәйәсәтен бойомға ашырыу, Рәсәй йәштәренең гранттар кампанияһы, студент проекттары һәм йәштәр сәйәсәтенең көнүҙәк ваҡиғалары төп мәсьәләләр буласаҡ. Семинар-кәңәшмәнең һуңғы көнөндә ҡунаҡтар “йәштәр эшҡыуарлығы”, “ирекмәнлек”, “йәштәр медиаһы” һәм “талантлы йәштәргә ярҙам” йүнәлештәре буйынса БР йәштәр сәйәсәте инфраструктураһы менән танышасаҡ.