Уның шарттары буйынса, 2020 йылдың беренсе ярты йыллығына яҙылыусылар ҡулына гәзит тотҡан килеш фотоға төшөргә һәм уны социаль селтәргә ҡуйып иң күп тауыш йыйырға тейеш ине. Флешмоб 15 декабргә тикем дауам итте. Шулай итеп, беҙ бәхет йылмайған уңышлы кешенең фамилияһын әйтергә ашығабыҙ. Иң күп лайктарҙы Первомайский ауылынан Фәриҙә Хөбөтдинова йыйҙы, һәм ул төп бүләк - электр сәйнүк отто.