Бөтә яңылыҡтар
Акциялар
1 Декабрь 2019, 00:10

Илсеғол ауылы — Миәкә районы йөҙөгө

Миәкәләр "Айыҡ ауыл" конкурсының муниципаль этабына йомғаҡ яһаны. Райондың үҙәк мәҙәниәт һарайында ун өс ауыл үҙҙәренең проекттары тураһында һөйләне. Һәр ауылда алкоголле эсемлектәрҙең һәм тәмәке тартыуҙың зыянын күрһәтеү буйынса эш алып барылған, һаулыҡ һаҡлау проблемалары күтәрелгән түңәрәк өҫтәлдәр, әңгәмәләр ойошторолған.

Миәкә районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Хәлил Хәбирйәл улы Мәхийәнов "Иң яҡшы фельдшер", "Иң яҡшы участковый", "Иң яҡшы мәҙәни саралар ойоштороусыһы", "Иң яҡшы китапханасы" тип табылған эшмәкәрҙәрҙгә рәхмәт хаттары тапшырҙы. Башҡортостандың халыҡ артисы, виртуоз-ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов сараның маҡтаулы ҡунағы булды.

Илсеғол — Миәкә районының иң айыҡ ауылы тип табылды, һәр ҡатнашыусы ауыл рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Фойела күргәҙмә ойошторолдо, ә Мәҙәниәт һарайы ижади коллективтары сығыш яһап, сараға йәм өҫтәне.

Яңылыҡтарҙан.
Читайте нас: