Бөтә яңылыҡтар
Акциялар
21 Ноябрь 2019, 11:40

Район гәзите бүләктәр өләшә!

Кем бүләк алырға яратмай? Әлбиттә, бөтәһе лә ярата! Бына "Стәрлебаш шишмәләре" район гәзите редакцияһы ла Яңы йыл алдынан иң тоғро гәзит уҡыусыларына яратҡан гәзиттәренән иҫтәлеккә бүләктәр тапшырырға ҡарар итте.

Беҙҙең гәзиткә ниндәй ҙә телдә 2020 йылдың беренсе ярты йыллығына яҙылып, район гәзите менән үҙенсәлекле итеп фотоға төшөп "Бәйләнештә" селтәре аша беҙгә ебәргән, йәки фотоғыҙҙы социаль селтәрҙәрҙә #ЯподписалсянаСтерлибашевскиеродники хештегы менән урынлаштырып, иң күп "лайк"тар йыйған кеше иҫтәлекле бүләк - электр сәйнүген аласаҡ.
Һәм был ғына түгел. Традицияға ярашлы, дүрт аҙна дауамында - 4,11,18,25 декабрҙә, һәр шаршамбы, беҙ шулай уҡ бүләктәр уйнатасаҡбыҙ. Бының өсөн яҙылыу квитанцияларын йәки уларҙың күсермәләрен редакцияға ебәрергә йәки килтерергә кәрәк.
Барыһы ла ғәҙел булыуын күрер өсөн барығыҙҙы ла бүләк уйнатыуға саҡырабыҙ. Сөнки йәшниктәге еңеүселәрҙең исемдәре менән яҙылыу квитанцияларын теләгән һәр кем тартып сығара ала. Шулай итеп, беренсе бүләктәр 4 декабрҙә 11.00 сәғәттә уйнатыласаҡ.
Ваҡыт бара. Һеҙҙе квитанцияларығыҙ менән редакцияла көтөп ҡалабыҙ.
"Стәрлебаш шишмәләре" район гәзите редакцияһы.
Читайте нас в