Бөтә яңылыҡтар
Акциялар
25 Октябрь 2019, 14:15

Юлдарҙа абай булығыҙ!

Республика юлдарында туғыҙ ай эсендә балалар ҡатнашлығында 327 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән, унда 14 бала һәләк булған һәм 351е төрлө ауырлыҡтағы тән йәрәхәттәре алған.

Иң күп юл-транспорт фажиғәләре транспорт саралары пассажирҙары ҡатнашлығында була. Барлығы ундай аварияларҙа 11 бала һәләк булған, 178е тән йәрәхәттәре алған.

Стәрлебаш районы территорияһында бер юл-транспорт фажиғәһе булған, унда балиғ булмаған пассажир-бала зыян күргән.

Балалар ҡатнашлығында юл-транспорт фажиғәләрен кәметеү, балиғ булмаған йәйәүлеләрҙе бәрҙертеүҙе профилактикалауға йүнәлтелгән саралар үткәреү, мәктәп уҡыусыларының, шулай уҡ водителдәрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙарын иҫкәртеү маҡсатында ошо йылдың 21 октябренән 8 ноябренә тиклем районда «Иғтибар - балалар!» профилактик сараһы үткәрелә. Бер-береңде хөрмәт итеү һәм юл ҡағиҙәләрен үтәү - юлда хәүефһеҙлек гарантияһы, үҙеңдең һәм башҡаларҙың ғүмерен һәм сәләмәтлеген һаҡлап ҡалыу. Был турала бер ваҡытта ла онотмағыҙ!

Рәил ТУҠБАЕВ,

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлебаш районының ЮХХДИ бүлеге начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.
Читайте нас: